Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
4 Октябрь 2021, 10:15

Спорт - ул дисциплина һәм тәртип

Ураҙ лицейының физкультура уҡытыусыһы Морат Хәмитов балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләү, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, хәрәкәттә - бәрәкәт икәнлеген төшөндөрөү өсөн бар көсөн һала, яңы алымдар уйлап таба. Яратҡан һөнәренә бөтә күңелен биреп эшләгәнгә лә ҡыуанырлыҡ, ғорурланырлыҡ һөҙөмтә бар. Уның уҡыусылары район, республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша һәм һәр ваҡыт призлы урындар яулай.

Спорт - ул дисциплина һәм тәртипСпорт - ул дисциплина һәм тәртип
Спорт - ул дисциплина һәм тәртип

Беҙҙең районда спорт менән етди мауығыусы балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр шаҡтай. Барыһы ла профессионал спортсылар булмаһа ла, күптәре физкультура менән шөғөлләнеүҙе ғүмерлеккә үҙ иткән, сәләмәт тормош рәүешен һайлаған.
Ә хәҙерге компьютер, телефон, планшет, айфон һәм башҡа электрон мөмкинлектәр үҫешкән заманда балаларҙы физик культураға, спортҡа йәлеп итеү, уларҙың шөғөлөнә әйләндереү батырлыҡҡа тиңдер ул.
Ураҙ лицейының физкультура уҡытыусыһы Морат Хәмитов балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләү, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, хәрәкәттә - бәрәкәт икәнлеген төшөндөрөү өсөн бар көсөн һала, яңы алымдар уйлап таба. Яратҡан һөнәренә бөтә күңелен биреп эшләгәнгә лә ҡыуанырлыҡ, ғорурланырлыҡ һөҙөмтә бар. Уның уҡыусылары район, республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша һәм һәр ваҡыт призлы урындар яулай.
Морат Хәлфитдин улы 1977 йылда Килмәк ауылында донъяға килгән. Атаһы - шахтер, әсәһе хаҡлы ялға сыҡҡансы дәүләт страховка ойошма­һында эшләгән. Ғаиләлә өс бала тәрбиәләнгән. Бөтәһе лә юғары белемле: Башҡорт дәүләт универ­ситетының Сибай институтын тамамлағандар.
Морат Хәлфитдин улы студент йылдарында уҡ үҙен шәп спортсы итеп таныта. Бигерәк тә саңғы ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй. Уҡытыусы булараҡ эшләгәндә лә шәхси еңеүҙәре етерлек.
Һөнәрен яратып, еренә еткереп башҡарғас, уҡыусылары ла үҙенә ылығып тора, коллективта, ауыл халҡы алдында ла абруйы бар.
Бөгөнгө көндә унлап тәрбиә­лә­неү­се­һе уның юлын һайлаған. Ҡайһы­ла­ры уҡып сығып, һөҙөмтәле эшләп тә йөрөйҙәр. Уҡытыусылары менән бәй­ләнеш тотоп, кәңәш һорап киләләр.
Мәктәп коллективы ла Морат Хәл­фитдин улын ысын күңелдән ихтирам итә. Ауылдаштары ышаныс белдереп ауыл хакимиәтенә депутат итеп һайлай.
Абруйлы уҡытыусы - өлгөлө ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләйҙәр. Айгөл Фәнүз ҡыҙы ла уҡытыусы - башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Өлкән ҡыҙҙары Нәркәс кескәй генә са­ғынан сәнғәткә ынтыла, йырларға ярата, музыка мәктәбендә шөғөлләнә. 9-сы класты уңышлы тамамлаған. Асия 6-сы класҡа бара, ә Ибраһимға 3 кенә йәш әле.
Юғары категориялы уҡытыусы, БР мәғариф отличнигы бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Һуңғы ҙур еңеүҙәренең береһе - Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында Морат Хәлфетдин улының тәрбиәләнеүсеһе 11 класс уҡыусыһы Гөлфиә Таһирова республикала еңеү яулап, республика исеменән Курск ҡалаһында сығыш яһаған.
Үҙ эшен яратып башҡарған, балалар менән уртаҡ тел таба белгән, талапсан уҡытыусыны ата-әсәләр ҙә, тәрбиәләнеүселәре лә ярата һәм хөрмәт итә.
-Спорт - ул тәү сиратта дисциплина һәм тәртип. Уҡытыусы тәүге дәрестән үҙен нисек тота, йылдар буйына шулай дауам итә. Ә мин талапсан кеше. Ойошҡанлыҡ, тыңлаусанлыҡ, командала дуҫлыҡ һәм тәртип талап итәм. Ярыштарға барған саҡта ла шаулашып, тәртип боҙоп йөрөгән балалар юҡ, - тип һөйләне үҙ эшенә мөкиббән киткән уҡытыусы.
Балаларҙы спортҡа ылыҡтырыуы ауырмы, тип һорағас:
-Юҡ, бары тик уларҙы ҡыҙыҡһындыра, дәртләндерә белергә генә кәрәк. Ысынлап спорт менән шөғөлләнәһе килгән маҡсатлы балалар үҙҙәре спортҡа ылығып торалар ул. Дәрескә булған хөрмәт уҡытыусының дәрестәренән тора. Һәр дәрес һайын туп типтереп йәки йүгертеп кенә ихтирам яулап, балаларҙы спортҡа ылыҡтырып булмай. Балаларҙың үҙҙәренең теләге, эске яныуы булырға тейеш. Әлбиттә, интернет, компьютер, телевизорҙар менән ярышыу, спортты, сәләмәтлекте алға сығарыу көндән-көн ауырлаша бара, - тип яуапланы Морат Хәлфетдин улы.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас