Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
5 Октябрь 2021, 08:27

Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы - икенсе тапҡырға иң яҡшы уҡытыусы тип таныла

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы - икенсе тапҡырға иң яҡшы уҡытыусы тип танылаРәмилә Тәлғәт ҡыҙы - икенсе тапҡырға иң яҡшы уҡытыусы тип таныла
Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы - икенсе тапҡырға иң яҡшы уҡытыусы тип таныла

Уҡытыусылар көнө алдынан Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары араһында Башҡортостан Хөкүмәтенең аҡсалата дәртләндереүенә дәғүә иткән республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләүгә арналған тантаналы сара уҙҙы.

Унда республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, министрҙың беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин, министр урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, ведомство бүлектәре етәкселәре ҡатнашты.«2007 йылдан башлап Уҡытыусылар көнө алдынан иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыларын бүләкләйбеҙ. Бөгөнгө сара – 15-сеһе, юбилейлы тип әйтергә мөмкин, ошо йылдар эсендә 700 башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһы баһаланды. Бөгөн был исемлек республиканың дәүләт телдәрен үҫтереүгә тос өлөш индергән тағы 50 уҡытыусы менән тулыланды», — тине Айбулат Хажин, республиканың иң яҡшы уҡытыусыларын тәбрикләп.Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо менән һөҙөмтәле профессиональ эшмәкәрлек һәм республика мәғарифы үҫешенә өлөш индергән өсөн иң яҡшы 50 башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһы 50-әр мең һум күләмендә премия алды, тип белдерҙе "Башинформ" агентлығы.

Был хаҡта берҙе яҙғайныҡ инде, әммә яҡшы хәбәрҙе ҡабатлайһы килеп кенә тора:)

"Образование в Учалах"  төркөмөнән ( https://vk.com/club101752739  )  мәғлүмәт һәм яңы фотографиялар:

"#Итоги конкурса "Лучшие учителя башкирского и русского языков-2021#-

Учитель башкирского языка и литературы МБОУ СОШ с.Ильчино Султанова Рамиля Талгатовна второй раз стала победителем республиканского конкурса «Лучшие учителя башкирского и русского языков-2021 ». Лучшие учителя и преподаватели, получившие денежное поощрение, имеют право повторно участвовать в конкурсном отборе не ранее чем через пять лет. В этом же конкурсе Рамиля Талгатовна была победителем в 2016 году. Она так же является победителем Всероссийского конкурса «Лучший учитель России-2007» .


Ихлас күңелдән ҡотлап, биш йылдан йәнә  еңеүен теләп ҡалабыҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас