

Францияның элекке президенты Николя Саркози зар илай – енәйәтсе, тип танылып, бер йылға ирке сикләнде. Бығау булмаһа ла, ҡулына электрон беләҙек тағыла.Төп ғәйебе – һайлау кампанияһында закон рөхсәт иткән 22 миллион урынына 42, 7 миллион евро тотҡан икән. Аңлашыла, спонсорҙары ла был “инвестиция”ларынан файҙа күрергә өмөт иткәндер. 2012 йыл булған ваҡиғалар ниңә әле соҡола икәнлегенең ысын сәбәптәре, әлбиттә, йәмәғәтселеккә еткерелмәй, шулай ҙа күңелгә хуш килде: һайлауҙар ваҡытында ватандаштарыңды өнһөҙ мал дәрәжәһенә төшөрөп, тауыштарын урлау – закон алдында енәйәт кенә түгел, ауыр ғонаһ та була торғандыр.
Хәҙер инде йыһан йүнәлешендә лә бизнес ҡорған Илон Маск донъяла иң бай кеше булып танылды – 200,7 миллиард долларға бәрәбәр байлыҡҡа эйә. Быға тиклем чемпион булған Джефф Безосты ( шул уҡ Американан) үтеп китеүгә шул тиклем шатланғандыр, көндәшенә “2” һаны һуғылған көмөш миҙал ебәртә – йәнәһе лә, минең менән сағыштырғанда һин торғаны бер йолҡош.... Ул бахырҙың ни бары 192,5 миллиард доллар ғына, төн йоҡоһон юғалтҡандыр инде. Нимә тип әйтәһең, бирән һыйырҙар туя алмайынса кем күберәк картуф һоғонор тип ярышҡан кеүек, ауылда йәшәмәгәстәре, бындай малҡайҙарҙың эсе күбеп үлеүен бер тапҡыр ҙа күрмәгәндәрҙер!
Германияла 96 йәшлек Ирмгард Фурхнер ҡайҙалыр ҡасҡан, полиция менән эҙләп табалар. Судҡа илтәләр, ҡыҙ сағында Штуттгоф концлагеренда машинистка-стенографистка булып хеҙмәт итеүен әле килеп иҫкә төшөргәндәр бит. Документация менән эш иткән ҡарсыҡ үҙе береһен дә атмағандыр, әммә был лагерҙа 65 мең кеше изалатып үлтерелә. Әйткәндәй, был үлем ояһында һаҡсы (!) булып йөрөгән 93 йәшлек ҡартты былтыр Гамбург суды 2 йылға шартлы ғына рәүештә иркенән мәхрүм итте.
Көньяҡ Корея президенты Мун Чже Ин эт итен ашауҙы тыйыу тәҡдиме яһаны. Үҙе эт йәнле булыуы, ашау түгел, резиденцияһында бер-ике маһмай тотоуы менән билдәле. Эйе, Корея халҡы өйҙә аҫраған эттәрен һуғым итмәй, кухня өсөн махсус фермаларҙа 35-80 килограмлыҡ айырым тоҡом үрсетелә, тип әйтһәләр ҙә, ҡалған донъя халҡы өсөн был милли үҙәнсәлектәре бары имәнес булып тойола. Әйткәндәй, беҙҙең йылҡы ҡалъяһын яратыуыбыҙ ҙа кемгәлер ҡырағай булып тойолалыр. Эх, төбәгебеҙҙән саҡ ҡына ситтәрәк берәй корея милли рестораны асылһын да, урындағы сеймал менән эш итһен ине – бәлки, урамдағы берәҙәк эттәр мәсьәләһе шундуҡ хәл ителер ине..... Юғиһә проблема һаман киҫкен тора.
Грониген ҡалаһында (Нидерланды) көн күргән 12 йәшлек малай суд аша коронавирустан вакцина яһатырға хоҡуҡ алды. Баҡһаң, ата-әсәһе айырылышҡан, укол өсөн икеһенең дә рөхсәте мотлаҡ талап ителә, ә атай ҡаршы төшкән – йәнәһе лә, йүнләп тикшерелмәгән препарат сабыйға зыян килтереүе мөмкин. Әйткәндәй, оло йөрәкле бәләкәй малай бер ҙә еңмешләнмәй икән - вакцинация үткәс кенә ҡаты сирләп ятҡан өләсәһе менән осраша аласаҡ.
Башҡортостанда ҡыҙыҡлы социаль тикшереү үткәрелә. “UfaTime.ru” порталы раҫлауынса, 89 процент яҡташтарыбыҙ эшкә аҡса эшләү өсөн йөрөй, ҡалған 11 процентты быныһы ҡыҙыҡһындырмай, күрәһең, башҡа сығанаҡтары ла барҙыр. 14 процент респонденттар өсөн шөғөлдө яратыу, 12 процентҡа – кеше менән аралашыу форсаты, 6 процентҡа – танылыу табыу мөмкинлеге лә ҙур роль уйнай. Эшләгән эштән ни бары 39 процент һоралған кешеләр кинәнес таба, ундайҙар айырыуса юристар, сәнғәт-тамаша һәм....һәм төҙөлөш, күсемһеҙ милек даирәһе өлкәләре вәкилдәре араһында байтаҡ, ти. Ә бына ауыл хужалығы, сәнәғәт, транспорт тармаҡтарында эшләүселәрҙең күбеһе башҡарған эштән ләззәт таба алмай.
Төркиәлә 50 йәшлек Бейхан Мутлу тигән ир иптәштәре менән урманға ял итергә сығалар. Эсәләр, Бейхан ҡайһалыр ситкә китеп аҙаша. Юл эҙләй торғас, кемделер эҙләгән төркөмгә тап була. Эскән әҙәм әүҙем була бит инде, ул да полиция һәм ирекмәндәргә ҡушылып ҡотҡарыу операцияһында актив ҡатнаша. Бер аҙ айынғас ҡына иғтибар итә, ҡотҡарыусылар : “Бейхан! Бейхан! Тауыш бир!” – тип мегафон аша оран һалалар. Баҡһаң, дуҫтары фәҡәт уның үҙен таба алмайынса полиция саҡыртҡандар икән. Полиция, бәләһенән баш-аяҡ тип, ирҙе өйөнә илтеп ҡуйған
1980 йыл Лондон Милли галереяһы ҙур суммаға (беҙҙең әлеге иҫәп менән – 500-600 млн һумға!) “Самсон һәм Далила” тигән картина һатып алалар, эксперттар данлыҡлы рәссам Рубенстың эше икәнлегендә шикләнмәй. Тик бына әле килеп, “нейросеть” системаһы (компьютерҙарҙың яңы мәғлүмәт туплап анализ яһауы) теүәл асыҡлай – был картина кемдер, ҡасандыр яһаған күсермә. Белгестәр ҙә төп нөсхәне алдыҡ һүрәттән айыра алмай икән, ниңә шулай ҡиммәт торалыр инде.... Әйткәндәй, картиналаға Самсон исламда Шамсун исеме менән билдәле, бер хәҙис тап был легендар шәхескә бағышланған, ти. Ирҙәрҙең ҡатындарҙан сәс киҫтереүҙән ҡурҡыу хөрәфәте тап уға бәйле: ғәйрәтле йәһүттең һөйәркәһе Далила уның бар көсө сәстәрендә икәнлеген хәйлә менән белә лә, йоҡлағанында киҫеп ташлап, дошмандарынан еңелдертә..