Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
6 Октябрь 2021, 05:31

20 йәшлек водитель төрттөрҙө

Ҡасыу файҙаһыҙ, бары тотолалар.

20 йәшлек водитель төрттөрҙө20 йәшлек водитель төрттөрҙө
20 йәшлек водитель төрттөрҙө

Учалы ауылында, көпә-көндөҙ,  Совет урамында  ВАЗ -2108 автомобиле артҡа биргәндә  хәрәкәтһеҙ  торған  "Кио Рио"ны төрттөрә.  Водитель авария урынынан шундуҡ сығып ҡаса.

 -Госавтоинспекция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала кем икәнлеген асыҡланы – 20 йәшлек урындағы кеше, - тип белдерҙе ЮХДДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова.

Был  тәртипһеҙлек өсөн  РФ Административ  кодексының 4 статьяһы буйынса яуаплылыҡ ҡаралған:
1) 12.7 ч.1 – водитель таныҡлығы булмайынса идара итеү  (штраф  5 – 15 мең һум);
2) 12.37 ч.2 -  ОСАГО страховка полисы булмайынса идара итеү (штраф 800 һум);
3) 12.14 ч.2 – маневр ҡағиҙәләрен күҙәтмәү (штраф 500 рублей);
4) 12.27 ч.2 – юл-транспорт бәрелеше урынын ташлап китеү ( водитель таныҡлығынан 1-1,5 йылға мәхрүм ителеү йә 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыныу).

Гөлнара Фәрит ҡыҙы барыһының да иҫенә төшөрҙө: юл-транспорт бәрелешенә тарыған һәр водитель шундуҡ туҡтарға, авария сигнализацияһы ҡабыҙырға  һәм авария туҡтауы тураһында знак ҡуйырға бурыслы. Ә  эш боҙғас ҡасып маташыу  файҙаһыҙ – бары тотоласаҡ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас