

Башҡортостанда 2022 йылдың тәүге ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды. Был хаҡта Федераль почта элемтә идаралығының төбәк бүлексәһе хәбәр итә.
“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто бөгөн 145-ләп төр гәзит һәм журналдарҙы үҙ ҡанаты аҫтына алған. Улар республика, район, ҡала кимәлендә нәшер ителә. Йәнегеҙ теләгән баҫмаға почта бүлексәләрендә яҙылырға була. Шулай уҡ подписканы онлайн рәүештә, өйҙән сыҡмай ғына ла эшләй алаһығыҙ. Бының өсөн http://www/rbsmi.ru сайтына инеп, подписка бүлегендә (https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/) яҙыла алаһығыҙ. Был тәңгәлдә ололарға балалары, ейәндәре ярҙамға килер, тип ышанабыҙ.
Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтарына шуны ла еткерәбеҙ - 2022 йылдан башлап “Яйыҡ” гәзите аҙнаһына бер тапҡыр ғына 12 бит булып сыға башлай. Әле баҫмабыҙға элекке хаҡтар менән яҙылып ҡала алаһығыҙ. Почта аша ярты йылға яҙылыу хаҡы - 816 һум 12 тин, бер йылға - 1632 һум 24 тин торасаҡ.
Тиҙҙән инде традицияға ингән отош та башлана. Шуға күрә файҙалы ла, ҡиммәтле лә бүләктәр отабыҙ тиһәгеҙ, “Яйыҡ”ҡа яҙылыуҙы оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!