Яйыҡ
+24 °С
Дождь
Новости
6 Октября 2021, 08:50

Туған телгә һөйөү тәрбиәләүсе

Сәфәр мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Абдуллина балаларҙа патриотик рух, туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә. Айгөл Хәлит ҡыҙы Абдуллина мөһабәт Ирәмәл ҡуйынында ултырған Рысай ауылында 1974 йылда тыуған. 1988 йылда үҙ ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай. 1991 йылда Илсе урта мәктәбендә ҡулына урта белем тураһындағы таныҡлыҡты алғас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалына юл тота.

Туған телгә һөйөү тәрбиәләүсеТуған телгә һөйөү тәрбиәләүсе
Туған телгә һөйөү тәрбиәләүсе

БР Башлығы Радий Хәбиров әйтмешләй, тел - халыҡтың булмышы, уны кешеләр үҙҙәре теләп өйрәнерлек итеп уҡытырға кәрәк. Башҡортса һөйләшеү модала, уҡытыу методикалары ҡыҙыҡлы булырға тейеш.
Сәфәр мәктәбе уҡыусылары был хаҡта яҡшы белә. Сөнки бында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Абдуллина балаларҙа патриотик рух, туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә.
Айгөл Хәлит ҡыҙы Абдуллина мөһабәт Ирәмәл ҡуйынында ултырған Рысай ауылында 1974 йылда тыуған. 1988 йылда үҙ ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай. 1991 йылда Илсе урта мәктәбендә ҡулына урта белем тураһындағы таныҡлыҡты алғас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалына юл тота.
- Мин - уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе! Шунлыҡтан һөнәр һайлау һорауы минең алдымда бер ҡасан да торманы! Атай-әсәйем дә, апайымдар ҙа - уҡытыусылар. Шәжәрәмдә педагогтар барлығы егерме тиҫтә! - ти ул.
1995 йылда йәш белгесте Мансур урта мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп эшкә алалар. 2000 йылдан шул мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп күсерелә.
2001 йылда Сәфәр мәктәбенә тәрбиә буйынса мәктәп директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2007-2011, 2015 йылдарҙа уҡытыу һәм тәрбиә буйынса мәктәп директоры урынбаҫары вазифаһын башҡара.
-2010 йылда хыялым тормошҡа ашты - Өфөләге башҡорт филологияһы факультетын тамамланым! 2016 йылдан юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын. 2017 йылда мәғариф өлкәһендәге һәм үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙәге уңыштарым, мәғариф системаһы үҫешенә индергән тос өлөшөм өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының "Маҡтау ҡағыҙы" менән бүләкләндем. 2018 йылда Учалы Мәғариф планына ярашлы "Тел - халыҡтың тере тарихы, уның рухы һәм уның мираҫы" исемле төбәк-ара семинар үткәрҙем. 2018 йылда уҡытыу һәм әҙәбиәт өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәтем өсөн Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең Рәхмәт хаты алдым.
Мин - ябай ауыл уҡытыусыһы! Парта артынан миңә ҡыҙыҡһынып та, һынап та, ышанып та бала күҙҙәре ҡарай. Ябай сабыйҙар түгел улар. Улар - беҙҙең киләсәк! Тимәк, мин үҙем өсөн генә түгел, ә илем, телем, халҡым яҙмышына, уның киләсәгенә яуаплымын! Мин ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауыма үкенмәйем, яратҡан эшем миңә ҡанат ҡуя. Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә ышанам. Эшем, ышаныслы хеҙмәттәштәрем, ныҡлы терәгем һәм таянысым - ғаиләм бар! Шуға ла һәр көн иртән, ҡояштай балҡып, мәктәбемә уҡыусыларым янына ашығам. Үҙемде башҡа һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым. Уҡытыусы - минең булмышым! Яңынан һөнәр һайлау мөмкинлеге булһа, мотлаҡ уҡытыусы булыр инем, сөнки үҙемде башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтерә алмайым. Уҡытыу­сылыҡ - йәшәү мәғәнәһе, ғүмер итеү рәүеше. Иртән торһаң да, кис ятһаң да, хеҙмәтеңә бәйле уйҙар менән йөрөйһөң, тегене-быны хәстәрләйһең, киләһе дәрескә әҙерләнәһең. Уның араһында асыҡ дәрестәрме, конкурс-олимпиадалармы, имтихандармы, төрлө сараларға әҙерлекме - ҡыҫҡаһы, барыһына ла өлгө­рәһең. Ә дәфтәр тикшерергә дәрестән һуң да өлгөрмәһәң, өйөңә алып ҡайтырға тура килә инде. Теләйһеңме-юҡмы, мәктәп хәстәре артыңдан эйәреп ҡайта, шунда ғына сифатлы итеп дәрес үткәрергә, балаларҙы ҡыҙыҡһын­дырыуға өлгәшергә мөмкин. Был эштең яуаплылығын, ауырлығын кем үҙ елкәһендә татып ҡараған, шул ғына белә: хәҙерге заманда уҡытыусы булыуы бик ауыр, - тип бәйән итте Айгөл Хәлит ҡыҙы.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас