

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һәм “Ҡурай” каналында «7 Егет» проектының 3 миҙгеле бара. Проектта республикабыҙ ҡала-райондарынан ете егет көс-ғәйрәт, таһыллыҡ, аҡылға һынау тота. Районыбыҙҙың данын Ҡунаҡбай ауылы егете - Адик Шәймәрҙәнов яҡлаясаҡ. Адик Өфө Башҡорт дәүләт университетының 5 курсында белем ала.
-Был проектҡа барырға күптән теләгем бар ине, ләкин башта ҡаушаттыра ине. Быйыл бик күп дуҫтарым был проектта ҡатнашыуымды һорағас, бер нимәгә ҡарамай риза булдым. Еңеүсегә төп приз - башҡорт тоҡомло ат бирәсәкбеҙ, тигәс, тағы ла сәмләнеп киттем!
Быйыл проекттың өсөнсө миҙгеле Белорет, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында төшөрөлдө. Ҡайҙа барһаҡ та беҙҙе йылы ҡаршы алдылар. Иртәнән алып төнгә тиклем съемкалар булды. Халыҡ кәсептәрен үҙләштерҙек. Проектта барыһы ла булды - еңеү һәм еңелеүҙәр, алға ынтылыу һәм төшөнкөлөккә бирелеү, шатланыу һәм кәйеф ҡырылыу...
Программа оҫтаханаларҙа төшөрөлдө. Әйткәндәй, оҫталар араһында боронғо шөғөлдәрҙе үҙләштереп, эшҡыуарлыҡ кимәленә күтәргәндәре лә бар. Юҡҡа ғынамы ни халыҡ кәсептәренең һәр ҡайһыһы брендҡа торошло бит.
Ат дағалау, ситән үреү, һандыҡ, уҡ эшләү, ҡайыш, йүгән тегеү һәм башҡа халыҡ кәсептәренә өйрәнеп ҡайттым. Артабан төп приз өсөн көрәшәсәкмен!
- тип тәьҫораттары менән бүлеше яҡташыбыҙ.
“7 Егет” проектының сығарылыштарын һәр йәкшәмбе БСТ каналында 12:30 сәғәттә ҡарарға мөмкин.
Бәйге ҡыҙыу бара. Тик яҡташыбыҙҙың еңеүе тамашасы ҡулында. Реалити-шоу аҙағында телетамашасылар интерактив тауыш биреү юлы менән иң лайыҡлыһын һайлап аласаҡ. Төп бүләк - башҡорт тоҡомло ат! Ә беҙ яҡташыбыҙ Адикка уңыштар теләп ҡалайыҡ. Тауыш биреү ваҡытында дәррәү ҡушылайыҡ
Һылтанма буйынса bash.news/konkurs/7eget/2021 сайтына инеп тауыш бирергә онотмағыҙ, егет үҙе әйтмешләй, төп приз - ат Учалы районына ҡайтырға тейеш!
Әлиә ДАУЫТОВА.