

Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенә 34 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Кемдер төндә магазинының ишеген емереп инеп талаған.
Бур тиҙ тотолдо – 20 йәшлек, быға тиклем дә хөкөм ителгән урындағы егет. БР буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, төндә тәмәке тартҡы килә уның. Эскән булалыр (һәр хәлдә лә, иҫерек көйөнсә тотолған), ә бер яман ғәҙәт икенсеһен дә әйҙәй. Магазинға барһа – бикле. Бер ҙә аптырап тормай емереп инә. Тәбиғи, тәмәке менән генә сикләнмәй, аҡса, аҙыҡ-түлек тә урлай. Дөйөм зыян -27 мең һум тирәһе.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған.