Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
8 Октябрь 2021, 08:40

Быҙау үләкһәләре табылған

Республика райондарының береһендә быҙау үләкһәләренә юлыҡҡандар

Быҙау үләкһәләре табылғанБыҙау үләкһәләре табылған
Быҙау үләкһәләре табылған

7 октябрҙә Фёдоровка районы Айтуған-Дурасов ауылындағы фермала янғын сыҡҡан. Тәүгеләрҙән булып урынға ирекмәндәр һәм ауыл советының янғын командаһы килеп еткән. Был ваҡытҡа таҡтанан төҙөлгән 30х12 метрлыҡ бинаны ут ялмап алған.

«Янғында зыян күргән кешеләр юҡ. 240 баш эре мал, 23 быҙау ҡотҡарылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 20 быҙау янып үлгән», — тип хәбәр иттеләр республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ҡотҡарыусылар янғынды 14 минут эсендә һүндергән. Ут сығыу сәбәптәре әлегә билдәһеҙ.

 

https://www.bashinform.ru/news/1655672-v-bashkirii-posle-tusheniya-pozhara-obnaruzhili-trupy-telyat/    

Автор:Алия Даутова
Читайте нас