Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
8 Октябрь 2021, 09:20

Министр урынбаҫары ҡабул итеү ойошторҙо

Башҡортостан Республикаһы сәләмәтлек һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Фаат ҡыҙы учалыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе

Министр урынбаҫары ҡабул итеү ойошторҙоМинистр урынбаҫары ҡабул итеү ойошторҙо
Министр урынбаҫары ҡабул итеү ойошторҙо

Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре Учалы районына килеп ҡабул итеүҙәр ойошторасаҡ. Граждандарҙы ҡабул итеү Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының административ бинаһында түбәндәге графикка ярашлы уҙғарыласаҡ.

8 октябрь 10.00 сәғәттән өлкән йәштәгеләргә медицина ярҙамы күрһәтеүгә бәйле һорауҙар буйынса  Башҡортостан Республикаһы сәләмәтлек һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Фаат ҡыҙы Зиннурова ҡабул итәсәк.

Фармацевтика эшмәкәрлегенә һәм дарыуҙар менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы һорауҙар буйынса, 14 октябрь 12.00 сәғәттә Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Кононова Ирина Вячеславовнаға мөрәжәғәт итергә була.

22 октябрь 12:00 сәғәттән Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары    Азат Салауат улы Рәхмәтуллин матди-техник тәьмин ителешкә бәйле һорауҙарға яуап бирәсәк.

29 октябрь 12:00 сәғәттә Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Владимирович Кустов амбулатор-поликлиника ярҙамы күрһәтеү буйынса ҡабул итеү ойоштора.

9 ноябрь 12:00 сәғәттә Һаулыҡ һаҡлау министры Игорь Сергеевич Засядкин бала табырға ярҙам итеү һәм балаларға медицина ярҙамы күрәһтеүгә бәйле һорауҙар буйынса ҡабул итеү ойошторасаҡ.

Ҡабул итеүҙәргә 8(34791)6-06-47 телефондарына шылтыратып яҙылырға кәрәк.

8 октябрь Гөлнара Зиннурова граждандарҙы ҡабул итте. Ҡабул итеүгә һигеҙ кеше килгәйне. Улар медицина тикшеренеүенә бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. 

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас