

Күп ауылдар өсөн бәлә бөгөнгө көндә – төп трассанан барған автомобилдәр йән-фарман ҡыуалар. Ҡағиҙәләр ултыраҡ эсендә хәрәкәтте сәғәтенә 60 километр менән сикләүгә бәғзе водителдәр төкөрөп тә бирмәй, бар ерҙә лә видеокамералар юҡ бит инде.
“Яһалма тигеҙһеҙлек” (“лежачий полицейский”) ҡоролмаһы, йәғни, тиҙлекте теләһәң дә, теләмәһәң дә аҡрынайтырға мәжбүр иткән асфальттағы ҡалҡыуылыҡтар бик тә ышаныслы сара. Тик уларҙы ла кем ҡайҙа теләй, шунда урынлаштырырға ярамай. Юллар кәрәк.
Ҡаҙаҡҡол ауылында элекке мәктәп ҡаршыһында бер-бер артлы ике ошондай ҡоролма урынлаштырыла. Әммә ауылдың бер осондараҡ булғас, тәртипһеҙ водителдәр ҡалған юлды бары йәйәүлеләр өсөн ҡурҡыныс тиҙлектә үткәндәр. Ҡаҙаҡҡолда кеше хәҙер аҙ ҡалһа ла, оҙонлоғо бары бер саҡрымдан ашыу бит. Ауыл халҡы ауыл Советы, район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә торғас, маҡсаттарына иреште, ултыраҡтың икенсе осондараҡ йәнә бер “яһалма тигеҙһеҙлек” пәйҙә булды.
-Ауылдаштар был мәсьәләне хәл итеүҙә булышлыҡ иткән бар кешеләргә рәхмәт еткереүеҙе һоранылар, - ти әле ҡалала йәшәһә лә, тыуған төйәге менән бәйләнеште өҙмәгән Зөфәр Шәмсетдинов.- Урыны ла бик уңай булды – Белорет яғынан боролош менән магазин араһында. Хәтерҙә, тап ошо ерҙә берҙе ҡатынды төрттөргәндәр ине. Хәҙер ни, ҡайҙа барһындар, тиҙлекте кәметәләр!
Зөфәр Фәйзулла улы үҙе лә 45 йыл руль артында ултырған тәжрибәле шофер, шуға ла бөтә водителдәр юл ҡағиҙәләрен үтәүенә (был осраҡта -үтәргә мәжбүр ителеүҙәренә) бик ҡәнәғәт. Эйе, исмаһам, ауыл эсендә аҡты-ҡараны күрмәйенсә елдермәҫкә ине –нимә генә булмаҫ – юлға бала-саға ла йүгерер, мал да сығыр... Тағын да ҡабатлайбыҙ – ултыраҡ эсендә тиҙлек сәғәтенә 60 километрҙан ашмаҫҡа тейеш, торлаҡ һәм велосипед зоналарында, ихата биләмәләрендә – 20 километр. Кеше башына етеп, аҙағынан башты ташҡа һуғырға тура килмәһен!