Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
8 Октябрь 2021, 04:41

Яҡташыбыҙ - Ауырғазы районында хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Уңыш теләйбеҙ.

Яҡташыбыҙ - Ауырғазы районында хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.Яҡташыбыҙ - Ауырғазы районында хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Яҡташыбыҙ - Ауырғазы районында хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Был хаҡта "Башинформ" хәбәр итте: " Ауырғазы районы башлығы Зөфәр Иҙрисов үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза яҙған. Район советы депутаттары сираттан тыш ултырышта ошо мәсьәләне ҡарағандан һуң Иҙрисовтың отставкаһын ҡабул итте.

«Тыуған районым халҡы мәнфәғәте өсөн эшләүем минең өсөн оло мәртәбә булды. Дөйөм тырышлыҡ, республика ярҙамы менән һигеҙ йыл эсендә бик күп ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәштек, бөгөн Ауырғазы районы динамикалы үҫешә, байтаҡ социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәр йәһәтенән республикала алдынғылар иҫәбендә», — тип яҙҙы элекке башлыҡ.

Халыҡ һайланыусылары башлыҡ менән контракттың яңы проектын ҡараны, вакантлы вазифаны биләүгә конкурс тәғәйенләне. Муниципалитет етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса Арыҫлан Шәһәретдинов башҡара".

 Учалы район хакимиәтендә  ауыл хужалығы бүлеге начальнигы булып эшләгән дәүерендә үҙен яҡшы яҡтан күрһәткәйне, был вазифала ла һынатмаҫ, уңыш теләйбеҙ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас