Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
8 Октябрь 2021, 09:50

Һыйырҙарҙа ҡурҡыныс ауырыу таралған

Республикала меңләгән һыйыр ауырый

Һыйырҙарҙа ҡурҡыныс ауырыу таралғанҺыйырҙарҙа ҡурҡыныс ауырыу таралған
Һыйырҙарҙа ҡурҡыныс ауырыу таралған

Республикала меңләгән һыйырҙа лейкоз ауырыуы тапҡан. Бөрө, Благовещен, Йәрмәкәй, Иглин, Кушнаренко, Өфө райондарындағы ауыл хужалығы предприятиеларында һыйырҙарҙан ҡан алғанда асыҡланған. Әлеге ваҡытта меңдән ашыу һыйырҙың вируслы лейкоз менән ауырый. Хужалыҡтарҙа карантин иғлан ителгән, малдар айырым тотола.

Хәл күҙәтеү аҫтына алынған, ауырыу артабан таралмаһын өсөн саралар күрелә. Лейкозлы һыйырҙың һөтөн ҡайнатмайынса эсергә ярамай, ә итен ашау тыйыла. Онкологик вирустар организмда туплана һәм зарарлы матдәләр йыйыла, кеше ағыуланыуы ихтимал. 

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас