Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
10 Октября 2021, 10:55

Хыялдар тормошҡа аша

Һылыу ханым текә машина эсенән йылмайып-көлөп килеп сыҡты: – Һаумыһығыҙ! Тормошомдо һөйләйем тип, Һеҙгә шылтырат­ҡайным! Юл сатында торған­дарға, өмөтөн юғалта яҙған­дарға, бәлки, фәһем, этәргес көс булыр, тим. Бер ваҡытта ла өмөттө өҙөргә ярамай! Ниндәй хәл булһа ла, алда яҡты киләсәк көтә! Мин шуға ышанам. Антоновтың йырын гел дә көйләп йөрөйөм: “Мечты сбываются...”

Хыялдар тормошҡа ашаХыялдар тормошҡа аша
Хыялдар тормошҡа аша

Һылыу ханым текә машина эсенән йылмайып-көлөп килеп сыҡты:

– Һаумыһығыҙ! Тормошомдо һөйләйем тип, Һеҙгә шылтырат­ҡайным! Юл сатында торған­дарға, өмөтөн юғалта яҙған­дарға, бәлки, фәһем, этәргес көс булыр, тим.

Бер ваҡытта ла өмөттө өҙөргә ярамай! Ниндәй хәл булһа ла, алда яҡты киләсәк көтә! Мин шуға ышанам. Антоновтың йырын гел дә көйләп йөрөйөм: “Мечты сбываются...” Хыялдар, ысынлап, бо­йомға аша, тормошом быны раҫ­лай. Ҙур, яҡты йортта йәшәйем, нимә теләйем, шуны алырға мөмкинлегем бар, Аллаға шөкөр, тип торам.

Күп балалы ябай ғаиләлә үҫтем. Төпкөл бер ауылда. Ныҡ күмәк үҫтек, юҡсыллыҡтың ни икәнен яҡшы беләм. Мәктәпте бөткән сағым ауыр туҡһанынсы йыл­дарға тура килде. Был ҡырҡынсы-алтмышынсы йылдар түгел, әлбиттә, ә барыбер ауырлыҡтары етерлек ине...

Туғыҙ йәшемдә аҡса эшләй башланым: апайҙарым менән бергә сөгөлдөр утарға сыҡтым. Аяуһыҙ эҫелә көн оҙоно ялан ҡул билсән утап ҡарағыҙ әле. Ул мәлдә бирсәткәләр булдымы ни? Хәҙер генә ул йәнеңә ҡайһыһы оҡшай – шундай бирсәткә бар, ә ул ваҡытта һатыуҙа бөтөнләй булманы. Бер юлды утаған өсөн колхоз 1 һум 50 тин аҡса түләне. Ә бер юл ике километр тирәһе оҙонлоҡта. Утай-утай хәлдән таяһың, осо-ҡырыйы күренмәй... Шул баҫыу һаман да төшкә инә ҡайһы саҡта, утайһы юлдары оҙо-он булып. Тағы ла ҡалай күп утар­ға кәрәк, тип тертләп уянам да, был төш кенә булды лабаһа, тип  ҡыуанып, яңынан йоҡлап китәм. Юлының оҙонлоғонан бигерәк, билсәне ҡулды һаман сәнскән кеүек – устар яна, бармаҡтар шешеп китә... Ярай ҙа хәҙер төштә генә... Атайым беҙҙе йәлләп, тимер бөгөп бирҙе, шуның менән утағыҙ, тип. “Тик пәләүәт, управ күреп ҡалмаһын, асыуланыр, аҡсағыҙҙы киҫер”, – тип тә иҫкәртте. Йомран кеүек, башты күтәреп, алан-йолан ҡаранып алабыҙ ҙа, шул тимер киҫәге менән тәпкеләп утайбыҙ. Өлкән апай беҙгә ҡарауыл. Ул беҙҙең өсөн дә, уталған юлдар өсөн дә яуаплы. Эй, көйә-көйә беҙҙе әрләп эшләтә. Былай ҙа эшләргә торабыҙ бит инде, ләкин уға командир яғын күрһәтер кәрәк, үҙе килеп тороп сабырһыҙ. Һыуһағанда эше лә юҡ. Тамаҡ кибеп, ярылып барғандай. Бер литрлыҡ банкаға айран яһап алып ба­рабыҙ, уныһын өлкән апай тамсылап ҡына, уртлатып ҡына эсерә. Деспот инде. Ә беҙ, ба­хырҙар, ҡулға банка эләкһә, талпан кеүек ҡаҙалабыҙ ҙа ҡуябыҙ – һыу­һынды ҡандырғансы эске килә бит! Шунан китә иреш-талаш! Банка өсөн талашып, айрандың яртыһы, етмәһә, түгелә. Илаш­майбыҙ, үҙебеҙ килеп тороп ныҡ әле ул. Өйгә ҡайтҡансы үҙ-ара ярышабыҙ. Өлкән апай тыйып ҡуя: “Өйҙәгеләр ирешкәнде ыштубы ла белмәһен, атыу көйөр­ҙәр”. Ҡалай булһа ла атай-әсәйҙе борсоғобоҙ килмәй, уларҙы йәл­ләйбеҙ.

Ун ике йәшемдә, апайҙарҙан күрмәксе, гөбөрләтеп һыйыр һауа инем. Машка, Зинка һәм Апрелька тигән һыйырҙарҙы. Апрельканың имсәктәре ныҡ ҙур, йыуан ине, ләкин үҙе бигерәк сабыр. Ныҡ итеп тартһаң, көйшәүенән туҡтап, башын бороп, аптырап ҡарап ҡуя, йәнәһе лә, ипләберәк... Оҙон ботло Машка ла тыныс һыйыр булды. Ә Зинка – холоҡһоҙ. Бер имсәге һыуал ине. Тик тормай, тибешә торғайны. Тәүҙә Машка менән Апрельканы һауам да, шунан, теште ҡыҫып, йөрәкте усҡа йомоп, Зинканы һауырға ултырам. Өс имсәген һауғансы байтаҡ ваҡыт үтә, нервылар тартылып, күҙәнәктәре үлешеп бөтә. Шунан һуң сепарат тартырға кәрәк. Ҡул сепаратын. Һыйырҙарҙы уҙыш­маҡтан көтөүгә ҡыуыу ҙа, малды ҡаршы алыу ҙа беҙҙең елкәлә, сөнки әсәйебеҙ ҡырҙа эшләй – һыйыр һауа. Уның ҡайтыуына бөтә эште бөтөрөп ҡуябыҙ. Иртәгәһенә, таңға тиклем инде. Беҙҙе бер кем дә иркәләтеп, оҙаҡ йоҡлатып һалып ҡуйманы – ҡояш ҡалҡыр-ҡалҡмаҫ борон һыпырта һуғып торғоҙҙолар. Мал, ҡош-ҡорт, баҡса, бесән, еләк, кер, иҙән, һауыт-һаба, ҡамыр баҫыу, һыу ташыу, бәләкәс һеңлеләрҙе ба­ғыу... Бала саҡта йоҡом бер ҙә туйманы. Их, йоҡо туйғансы йоҡларға ине, тип иҫнәй-иҫнәй һыйыр һауып ултырғанда, хыялға батам, үҙемә матур киләсәк юрайым. 

Ана шулайтып, әсеһен-сөсөһөн татып, тир тәмен, аҡса хаҡын белеп үҫтек. Әйткәндәй, бер ва­ҡыт 10 йәшемдә, еләккә барғанда, осраҡлы ғына рәүештә ҡайын төбөндә 15 һум аҡса таптым!         10 һумлыҡ ҡыҙыл аҡса һәм күгелйем төҫтәге биш һум! Тотош байлыҡ ине ул саҡта! Әсәйебеҙ шул аҡсаға бөтәбеҙгә лә трико һатып алды. Шунан ал­дараҡ күлгә ҡаҙҙарҙы ҡыуып алып барғанымда һыу төбөндә 1 тин аҡса таптым – “Петр Беренсе көмөш” тип яҙыл­ғайны (тик шуны урланылар аҙаҡ). Мин шул мәлдә үҙемдең даланлы икәнемде той­ҙом. Нимә теләйем, шуға иреш­кәнемде аңланым да, теләктәр теләй башланым.

Яҡшы уҡыһам да, мәктәпте тамамлағас, юғары уҡыу йортона инмәнем, атай-әсәйҙе уйлап, фермаға эшкә сыҡтым. Һауынсы булып эшләүе еңел түгел ине. Ун алты йәштән алып ун туғыҙ йәшкә тиклем геүелдәтеп һыйыр ҡойроғон борҙом. Ал­дынғы һауын­сы булырға хәлдән килмәне, әл­биттә, әммә артта ла ятып ҡалманым. Көсөм самалыраҡ ине, бәлә­кәйҙән ябыҡ ҡына булдым. Дәү кәүҙәле таналар типһә, әллә ҡайҙарға оса торғайным. Барыбер бирешмәнем, сәмләнеп эшләнем. Ситтән тороп техникумға уҡыр­ға индем. Тырышып уҡыным һәм уны ҡыҙыл дипломға тамамланым. Минең өсөн ныҡ ҡыуанған, ғорурланған атайым: “Ҡыҙым, килер заманалар, юғары белем менән дә кем­дәрҙер иҙән йыуыр, ләкин һин барыбер уҡырға тейеш. Әйҙә, артабан уҡы, хә­леңдән килә”, – тине. Ауылдаш бер ағай ҙа (ул да хәҙер мәрхүм инде): “Уҡы, туғаным, уҡы, мин дә уҡыным, һин дә уҡы”, – тип дәртләндерҙе. Аҙаҡ ҡына белдем, баҡтиһәң, ул үҙе техникум ғына бөткән булған икән. Ҡалай ҙа рәхмәтлемен: мине күтәрмәләп, дәртләндереп, оло баштарын кесе итеп килеп ҡотлап, яҡшы кешеләр йүнәлеш һәм этәргес көс бирҙе. Һәм мин юғары уҡыу йортона документтарымды тапшырҙым. Имти­ханһыҙ ғына, әңгәмә һөҙөмтәһе буйынса уҡырға индем. Тырышып-тырмашып, юғары белем алдым. Уҡыуы бик ныҡ ауыр булды... Әлеге лә баяғы аҡсаһыҙлыҡ бәкәлгә һуҡты. Бер йылда 11 килограмға ябыҡтым. Ҡарабой­ҙайҙы, моға­йын, тонналап ашағанмын­дыр. Сөнки башҡа нәмәгә аҡса булманы. Шулай ҙа танауҙы тө­шөрмәнем, мине алда яҡты килә­сәк көтә, тип ҡыуанып йоҡлап китә торғайным.

Шул осорҙа кейәүгә сыҡтым. Бер егет саҡырғайны, йәшем үтеп бара, тип ҡурҡып, сыҡтым да ҡуйҙым инде. 21 йәштә! Башҡалар әллә нишләп 18 – 19-ҙа уҡ кейәүгә сығып бөткәс, мин үҙемде ҡарт ҡыҙ һымаҡ тойғайным.

Балабыҙ тыуҙы. Ирем былай ҡаҡманы-һуҡманы, әммә йөрөм­тәл ине. Йөрөй тор­ғас, йәш бисәгә әүрәп, беҙҙе ташлап сығып китте. Мин яңы эшкә урынлаштым. Бер нисә йыл ғүмер әлеге лә баяғы юҡсыл­лыҡта үтте, баш бурыстан сыҡманы. Эшләгән эштә аҡсаны аҙ түләнеләр. Ашар­ға аҙыҡ алһаң – кейемгә юҡ, кейем алһаң, тешкә тәғәм ризыҡ эләкмәй, бәрәңгенән башҡа. Аптырағандың көнөнән, баланы атай-әсәйгә ҡалдырып, Себергә юлландым.

“Себер” тигәнем Воркута ине. Поездан килеп төшкәс тә, беренсе тойғо танауҙы ярған мәйет еҫе ине... Шул тәүге секундтан уҡ Воркута оҡшаманы. Үлгән ҡалаға килеп ингәндәй тойҙом үҙемде. Етмәһә, был ят ерҙә бер әҙәмде белмәйем! Кеҫәлә оҙон юлдан һуң ни бары туғыҙ һум аҡса ҡалды. Тимер юл вокзалы ҡарауылсыһы, рәхмәт яуғыры, бер контораның адресын бирҙе. Шунда барҙым. Бик мәрхәмәтле ҡыҙҙар эшләй ине унда. Мине ашханаға һауыт-һаба йыуыусы итеп эшкә алдылар. Өс йыл шунда һауыт-һаба йыуҙым, башҡа эш­тәрҙе лә миңә йөк­мәттеләр. Ат кеүек төптән егелеп эшләнем. Тәүлегенә ни бары дүрт кенә сәғәт йоҡо эләкте. Вахта –  икегә бер, йәғни ике ай эшләйһең дә, бер ай ял итәһең. Зарланманым, һаман да яҡшы, етеш тормошта йәшәремә, яҡты киләсәгемә ышандым. Хоҙайға ятҡан-торған һайын рәхмәт уҡыным, эшем ауыр булһа ла, әлдә эшем бар, яҡындарым иҫән-һау, тип ҡыуандым.

Воркутала эшләп йөрөгәндә беҙҙең ашханаға юғары түрә – идаралыҡ начальнигы үҙе килде! Ул шундай һәйбәт кеше булып сыҡты, танау сөймәне, ябай хеҙ­мәткәрҙәр менән дә матур итеп һөйләште. Беҙ шундай ҙур түрә­нең дә кешелекле, аралашыуҙа ябай булыуына хайран ҡалдыҡ. Ысынлап та, ниндәй вазифа биләһәң дә, кешелекле булып ҡалыуың бәхет икән. Етәксе яңы урынға штат туплар өсөн кеше­ләрҙе һынап-ҡарап йөрөгән бул­ған, һуңынан беҙҙе, бер нисә кешене, шунда эшкә күсерҙеләр. 

Беҙгә эш хаҡын картаға күсер­гәс, карта алырға Ямбург ҡала­һына барҙым. Шунан йөрөп ҡайтҡас, ҡыҙҙарға һоҡланып һөй­ләнем: “Ҡыҙҙар, Газпром-добыча-Ямбург! Бына ҡайҙа эшләргә кәрәк! Мин шунда, “Газпром”да, эшләйәсәкмен! Алла бирһә, мот­лаҡ шунда эшкә инәм!” Үҙемә маҡсат ҡуйҙым. Ә алда маяҡ-маҡсатың булһа, бөтә ел дә ыңғай иҫә! Ҡыйын­лыҡтар, кәртәләр һине туҡтата алмай. Бер нәмәгә ҡарамай, алға барыуыңды дауам итәһең.

Ҡыйынлыҡтар тигәндән, Неф­те­­юганскиҙа ҡырҡ биш градус һыуыҡта перронда поезд көтөп торғанымды оноторлоҡ түгел. Шыҡырайып, һөйәккәсә туңдым. Өшөп үлдем тигәндә генә поезд килде. Мәрхәмәтле проводница, оло йәштәге  ҡатын, мине тартып, һөйрәп вагонға мендерҙе. Ҡайнар сәй яһап эсерҙе. Билетым кеҫәлә ине, сығарып күрһәтергә бармаҡтар туңғайны... Ә һуң ҡышын Иртыш йылғаһын ике тапҡыр йәйәүләп сыҡҡанды нисек иҫтән юяһың?! “Вахтовка” беҙҙе ярҙа төшөрә лә, артабан йәйәү китәбеҙ. Әсе ел үҙәккә үтә... Шулайтып нужа күрә-күрә аҡса эшләнем. Резюмены “Газпром”ға ебәргәйнем, ыңғай яуап алғас, бәхетемә ышанмай торҙом  хат­та бер килке. “Газпром” тип хыяллана торғас, ысынлап та, хыялым тормошҡа аштымы ни, тип шатлығымды тышҡа сығар­маным – күҙ тейеүҙән ҡурҡтым...

Аллаға шөкөр, хәҙер мин ярат­ҡан эшемдә кинәнеп, бар күңелем­де һалып эшләйем. Барыһы өсөн дә атай-әсәйемә, яҡындарыма, юлым­да осраған яҡшы ке­шеләргә рәхмәтлемен. Рәхмәтле була белеү уңыштың бер серелер ул. Нисек миңә ярҙам иттеләр, мин дә шулай башҡаларға ярҙам итергә тырышам. Тик “Газ­пром”ға эшкә индерергә хәлдән килмәй, юғиһә күптәр, эшкә инергә ярҙам ит, тип һорай. Ундай вәкәләттәрем юҡ шул. Булһа, ярты республиканы эшкә алыр инем...

Нәзәкәтле ханым нисек елдереп килһә, шулай хәбәрен теҙеп һөйләне-һөйләне лә, үҙ эштәре менән елдереп китеп тә барҙы. Ә ҡолаҡта уның әйткәндәре һа­манғаса яңғырап торғандай: “Бына шулай минең тормош. Эштән ҡурҡмайым, нимәгә то­тонһам да, емертеп эшләйем. Тырыш­тарҙы ҡайҙа ла күрәләр, баһалайҙар. Уңған булһаң, тор­мошоң да уң була. Маҡсат ҡуйып, шуға ынтылырға кәрәк!” Ғәжәп, ә бит “уңған” менән “уңыш” һүҙҙәренең тамыры бер үк. Был  юҡҡа түгел – уңғандарға һәр ваҡыт уңыш йылмая!

 

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас