

9 октябрҙә БР Башлығы Өфөлә Рәсәй Үҙәк диниә назаратының резиденцияһында булды. Ул унда Рәсәй үҙәк университетының төҙөлөп ятҡан корпусын ҡараны. Объект республика ярҙамында Туҡай урамында ҡорола.
Рәсәй Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин белдереүенсә, был уҡыу йорто илдәге ете ислам университетының береһе һанала. Унда Рәсәй һәм БДБ илдәренән 850 студент белем ала. Яңы бинаны 2022 йылдың сентябрендә асырға ниәтләйҙәр. Республика етәксеһе бинала урынлашасаҡ уҡыу кластарын, дөйөм ятаҡты һәм ашхананы ҡараны. Объектты сафҡа индереү өсөн бында эске эштәрҙе тамамларға һәм инженер системаларҙы монтажлауҙы тамамларға кәрәк.
Радий Хәбиров белдереүенсә, бар эштәрҙе ваҡытында тамамлау һәм эргә-тирә биләмәне төҙөкләндереү мөһим. Республика был юҫыҡта тулыһынса ярҙам итергә әҙер.
Сығанаҡ: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.