Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
11 Октябрь 2021, 16:20

Ырымбурҙа ялған араҡы ҡорбандарына Башҡортостан токсикологтары ярҙам итә

Республиканан Ырымбур өлкәһенә ярҙамға дүрт белгес оҙатылды – штаттан тыш токсиколог Гүзәл Биктимирова, токсиколог Мәрйәм Шәрипова, реаниматологтар Евгений Сырчин һәм Сергей Клявлин. 

Ырымбурҙа ялған араҡы ҡорбандарына Башҡортостан токсикологтары ярҙам итәЫрымбурҙа ялған араҡы ҡорбандарына Башҡортостан токсикологтары ярҙам итә
Ырымбурҙа ялған араҡы ҡорбандарына Башҡортостан токсикологтары ярҙам итә

Республиканан Ырымбур өлкәһенә ярҙамға дүрт белгес оҙатылды – штаттан тыш токсиколог Гүзәл Биктимирова, токсиколог Мәрйәм Шәрипова, реаниматологтар Евгений Сырчин һәм Сергей Клявлин.

Ырымбур өлкәһендә ялған араҡы ҡорбандары арта. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса бөтәһе 64-тән ашыу кеше ағыуланған булған. Һәләк булғандар һаны 32-гә еткән, 25 кеше стационарҙа дауалана. Һигеҙ кешене табииптар аяҡҡа баҫтырыуға өлгәшкәндәр.

Республиканан күршеләргә ярҙамға дүрт белгес оҙатылған – штаттан тыш токсиколог Гүзәл Биктимирова, токсиколог Мәрйәм Шәрипова, реаниматологтар Евгений Сырчин һәм Сергей Клявлин.

Башҡортостан табиптары белдереүенсә, Ырымбур медицина хеҙмәткәрҙәре дауалауҙы дөрөҫ алып бара һәм мөмкин булған барлыҡ сараларҙы күрә.

– Хәл ғәҙәттәгесә түгел, бик ауыр. Диагноз тиҙ ҡуйылған, был ҙур диагностика, интеллектуаль хеҙмәт. Беҙ бер нисә дауаханала ятҡан ауыр хәлдәге пациенттарҙы ҡараныҡ. Һәр ауырыуҙың хәле Орскиҙа, Яңы Троицкиҙа эшләгән табиптар менән бергә ҡаралды, – тип белдерҙе штаттан тыш токсиколог Гүзәл Биктимирова.

Әлеге ваҡытта ҙур күләмдә метанол эскән урындағы халыҡ ғүмере өсөн көрәш бара. Ҡайһы бер пациенттарға бер нисә сәғәт эсендә инде өс тапҡыр гемодиализ үткәргәндәр. Ауырыуҙарҙың бер өлөшө үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/1656669-dlya-spaseniya-otravivshikhsya-alkogolem-v-orenburgskoy-oblasti-pribyli-toksikologi-iz-bashkirii/

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас