Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
12 Октябрь 2021, 07:56

Бары оҙаҡ ултырасаҡ

Килмешәк, яҡташыбыҙҙы үлтергән өсөн,  яуап тота

Бары оҙаҡ ултырасаҡБары оҙаҡ ултырасаҡ
Бары оҙаҡ ултырасаҡ

Башта Учалы район суды ҡарары менән Тажикстан гражданы 9 йыл 6 айға иркенән мәхрүм ителгәйне.  БР Юғары Судына мөрәжәғәт иткәс, эш яңынан ҡаралған, саҡырылмаған ҡунаҡ шәрәмәте 9 йыл 4 ай  ҡаты режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһында ултырасаҡ.

Районыбыҙҙың бер ауылында була был фажиғә. Тажикстан гражданы   элек өйҙәш булып йәшәгән ҡатын менән урамда талаша. Ныҡ ажарланғандыр инде, өйгә йүреп инеп бысаҡ эләктерә лә, кире сығып бахыр ҡатынға кәмендә 8 тапҡыр  сәнсә. Мөһим органдарға сәнсә, йәғни, үлтерергә ынтылыуында шикләнерлек түгел. Килмешәк ҡара ниәтенә ирешә,  ҡатын ашығыс ярҙам автомобилендә йән биргән.

Бына шулай, ете яттар менән тығыҙ бәйләнеш  булдырһаң, аҙағы бик насар булыуы ихтимал!

 

Мәғлүмәт сығанағы - http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep&op=1&did=210

Ишетеп белеүебеҙсә, был хәл Миндәктә булған.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас