Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
12 Октябрь 2021, 10:20

Постан сығып маташҡандар

Киҙеүле 10 кг ҡаҙ тәпәйҙәре менән баштарын нимә эшләтмәксе булғандар? 

Постан сығып маташҡандарПостан сығып маташҡандар
Постан сығып маташҡандар

Туймазы районындағы ҡош киҙеүе буйынса карантинлы зонанан ветеринар оҙатыуы документтарһыҙ ҡошсолоҡ продукцияһын сығарырға уйлағандар. Был факт Бишҡурай ауылының карантин посында асыҡланған. Полиция хеҙмәткәрҙәре тикшерергә туҡтатҡан автомобилдә полиэтилен тоҡтарға тултырылған 100 кг ҡаурый, 10 кг ҡаҙ тәпәйҙәре һәм баштары булған.  Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығының эске ветеринар күҙәтеүе бүлегенең дәүләт инспекторы тарафынан был табылдыҡҡа ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш асылған. Ветеринар документһыҙ был продукция артабан юҡ ителеүгә тартып алынған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Туймазы районының Бишҡурай һәм Николаевка ауылдарындағы “Алтын ҡаҙ” ҡошсолоҡ фермаларында ҡаҙҙарҙа ҡош киҙеүе асыҡланған. Бында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән, ауырыу усағын юҡ иткәндән һуң юғары әҙерлек режимы менән 21 көнлөк карантин ғәмәлгә индерелгән.

 

https://www.bashinform.ru/news/1657340-v-bashkirii-iz-karantinnoy-zony-po-ptichemu-grippu-pytalis-vyvezti-produktsiyu-ptitsevodstva/

Автор:Алия Даутова
Читайте нас