Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
12 Октябрь 2021, 12:05

Сикләү талаптары күҙәтелә

Башҡортостан Башлығының указына ярашлы, 12 октябрҙә вакцина ҡуйҙыртмағандар өсөн сикләүҙәрҙең икенсе өлөшө үҙ көсөнә и нде.

Сикләү талаптары күҙәтеләСикләү талаптары күҙәтелә
Сикләү талаптары күҙәтелә

Башҡортостан Башлығының указына ярашлы, 12 октябрҙә вакцина ҡуйҙыртмағандар өсөн сикләүҙәрҙең икенсе өлөшө үҙ көсөнә и нде.

Уға ярашлы, сауҙа үҙәктәре, шәхси милектәге музей, күргәҙмә залдары, китапханалар, театрҙар, кинотеатрҙар, концерт залдары, мәҙәниәт йорттарына ингәндә, шулай уҡ ҡала-ара автобустарында һәм ҡала-яны поездарында тик коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау тураһындағы сертификат йәки һуңғы алты ай эсендә ауырыу үткәреү йә 27 октябргә тиклем кире ПЦР-тест һөҙөмтәһе тураһындағы белешмәләр булырға тейеш.

Республика етәксеһенең күрһәтмәһен үтәү маҡсатында ҡала-районыбыҙҙың ведомство-ара комиссияһы сауҙа үҙәктәренә һәм башҡа йәмәғәт урындарына рейд менән сыҡты.

Ҡалабыҙҙағы “Евразия” сауҙа үҙәге халыҡтың иң күп йыйылған урыны, тип әйтһәк тә була. Шуға ла комиссия тәүҙә унда юлланды. Ишек төбөндә үк беҙҙе сертификат һорап ҡаршы алдылар. Сауҙа нөктәһенә килгән Айбулат Низамов, мәҫәлән, сертификатын телефон аша ғына күрһәтте.

- Мин вакцина эшләтеү тураһындағы сертификатымды телефонға урынлаштырғанмын. Ҡағыҙ тотоп йөрөгәнсе, миңә шулай уңайлыраҡ, - ти егет.

Бында эшләүселәр социаль арауыҡ, термометрия кеүек мотлаҡ сараларҙы теүәл күҙәтә.

Ә бына ауылдан килгән Мәрйәм ханым сауҙа йортоноң ишек төбөнән кире боролорға мәжбүр булды, сөнки ул әле коронавирусҡа ҡаршы вакцина ҡуйҙыртмаған, алты ай эсендә ауырыу үткәреү тураһында белешмәһе лә булмай сыҡты. Ни тиклем генә инәлмәһен – әммә талап ҡаты хәҙер.

“ДНС” магазинында ла шул уҡ күренеш күҙәтелә. Сикләү ҡағиҙәләре тулыһынса тормошҡа ашырыла ҡалабыҙҙа.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас