Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
13 Октябрь 2021, 08:30

24 йәшлек әсә 5,5 йылға колонияға ебәрелде

Тәү тапҡырҙан аңламағас, мөғәмәлә  ҡаты

24 йәшлек әсә 5,5 йылға колонияға ебәрелде24 йәшлек әсә 5,5 йылға колонияға ебәрелде
24 йәшлек әсә 5,5 йылға колонияға ебәрелде

Учалы район суды 1998 йыл тыуған йәш ҡатынға  енәйәт эшен ҡараны. Кешегә йоҙороҡ менән тондороуы, ҡурҡытып 60 мең һум түләтеүе асыҡлана.

 Ә бит был туҡмаҡбикә бынан алда 5 йылға иркенән мәхрәүм ителгән була, яза үтеүе 2 бала әсәһе икәнлеге  арҡаһында ғына кисектерелеп тора.

Хәҙер ни, тәү тапҡырҙан аңламағас, мөғәмәлә  ҡаты – 5 йыл 6 айға дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһына ябыла.

 

 

Мәғлүмәт сығанағы - http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep&op=1&did=210

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас