Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
13 Октябрь 2021, 06:00

Аҡҡоштарҙы атҡан кешене тапҡандар

Сораман ауылы эргәһендәге күлдә ете аҡҡошто атҡан кешене тапҡандар.

Аҡҡоштарҙы атҡан кешене тапҡандарАҡҡоштарҙы атҡан кешене тапҡандар
Аҡҡоштарҙы атҡан кешене тапҡандар

Сораман ауылы эргәһендәге күлдә ете аҡҡошто атҡан кешене тапҡандар. Оператив эҙләү барышында Учалы эске эштәр бүлегенең участка полицияһы шиккә алыусының эҙенә төшә. Был әҙәм Миндәк ауылы кешеһе булып сыға. Ғәйепләнеүсе ғәйебен тана, аҡҡоштарҙы үҙем өсөн аттым ти. Енәйәтсе ете аҡҡоштарҙың береһен генә алып өлгөрә, атыу тауышын ишетеп килгән кешеләрҙе күреп, ҡалғандарын алып өлгөрмәй ҡаса. 

Ғәйепләнеүсенең һунар билеты бар, ҡорал йөрөтөүгә һәм һаҡлауға рөхсәте бар. Шуға ҡарамаҫтан, закон буйынса аҡҡоштарға һунар итеү тыйыла. Аҡҡоштарҙы атҡан әҙәмгә административ яза янай.     

 

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас