Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
13 Октябрь 2021, 09:58

Алдан яҙылыу мотлаҡ шарт

Юҡҡа ҡаңғырып йөрөмәҫ  өсөн бөтә һорау-белешмәләр өсөн телефонды хәтерләп ҡуйығыҙ: яҙылыу өсөн  – 6-91-88, консультациялар өсөн -6-07-75

Алдан яҙылыу  мотлаҡ шартАлдан яҙылыу  мотлаҡ шарт
Алдан яҙылыу мотлаҡ шарт

“Ҡара иҫәп” менән Учалы районында 22 мең тирәһе пенсионер иҫәпләнә. Теүәлерәк һанға эйә түгелбеҙ – быйылдан алып был тәңгәлдә  бар статистика тик Өфөлә алып барылғанлығын ғына белдек.

Төбәгебеҙҙә пенсиялар менән шөғөлләнгән учреждениеның атамаһын да элек  йә бүлексә, йә идаралыҡ тип белдек.  Хәҙер рәсми исем тағы ла ҡатмарланған –РФ Пенсия фондының  БР буйынса бүлексәһенең  Учалы районы һәм Учалы ҡалаһында клиент хеҙмәте (бүлек хоҡуғында), русса – “клиентская служба (на правах отдела) в Учалинском районе и г. Учалы отделения Пенсионного фонда РФ по РБ”.   Хәйер, исем үҙгәртелеү есем үҙгәреүгә килтермәгән буғай – төп һорауҙар элеккесә урында хәл ителә, тип аңланыҡ.

 Ошо хеҙмәтте етәкләгән Елена Атаева менән осрашып, көнүҙәк һорауҙарға яуап  алырға тырыштыҡ.   Нишләйһең инде, пенсия хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә сәбәптәр йышая ғына бара – әйтәйек, мәрхүмдәрҙе ерләү өсөн пособие алыу буйынса....  Шуға ла күптәрҙе иң ҡыҙыҡһындырғаны -  ни рәүештә белгестәргә эләгергә?

-Эш режимы пандемия шарттарында ҡуйылған ҡағиҙә-нормаларҙы теүәл үтәп башҡарыла.  Белгестәр тик алдан яҙылған кешеләрҙе генә ҡабул итә. Яҙылыу өсөн телефон номеры – 6-91-88. Ике-өс айырым һорауығыҙ бар икән, һәр ҡайһыһы буйынса айырым яҙылыу талап ителә, сөнки,  һәр клиентты хеҙмәтләндереү өсөн белгестәргә теүәл ваҡыт бүленеү нигеҙендә дөйөм график төҙөлә.  Алдан яҙылып та, был көндә килә алмайһығыҙ икән, телефондан ошо хаҡта хәбәр итеп, икенсе көндәргә күсерергә мөмкин. Әлбиттә, битлек кейеп килер кәрәк,  инеү урында температурағыҙ үлсәнәсәк. Сираттар пәйҙә булмаһын өсөн билдәләнгән ваҡыттан алда килмәгеҙ, беҙҙә график теүәл күҙәтелә. Ә бөтөнләй яҙылмайынса килеүҙән файҙа юҡ – көнөнә йөҙләп граждан ҡабул иткәс, ундайҙарға ваҡыт бары ҡалмай.

Бик күп һорауҙарҙы  “Дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре” порталы, “ Рәсәй пенсия фонды” сайты аша ла хәл итергә  мөмкин.

 Консультациялар алыу өсөн телефон - 6-07-75. Тик шуны ла күҙ уңында тотор кәрәк – кемгә күпме түләнеү кеүегерәк һорауҙар конфиденциаль, шәхсән мәғлүмәт тип иҫәпләнә. Шуға ла, клиентҡа шәхсән рәүештә килгәнендә  үҙенә генә “код һүҙе” бирелә, ошоно телефондан дөрөҫ әйтеп, кешенең тап ул икәнлеген раҫлағас ҡына, телефон аша конфинденциаль  белешмә бирелеүе мөмкин.

 Телефондан шылтыратып та, трубканы шундуҡ  алмайбыҙ икән, тимәк,  тап был ваҡытта икенсе граждан менән мәшғүлбеҙ. Телефонда хәҙер махсус беркетелгән кеше ултыра, саҡ ҡына һуңғараҡ булһа ла, мотлаҡ яуап бирәсәктәр.

  Бер һүҙ менән, коронавирустан һаҡланыу, клиенттарыбыҙҙы яңы инфекциянан  һаҡлау өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ!

     Клиент хеҙмәте етәксеһе  Елена Атаева Учалы мәғлүмәт үҙәгенә килгәнендә  интернет һәм телефон аша халыҡтан  һорауҙар  байтаҡ  бирелде. Һәр айырым осраҡты яҙыуҙан әллә ни мәғәнә юҡтыр.  Әммә бер уртаҡ урынды һыҙыҡ өҫтөнә алырлыҡ: кеше ысынбарлыҡта   күпме һәм ниндәй эштәрҙә генә йөрөмәһен, хаҡлы ял түләүе ни тиклем ғәҙелһеҙ бәләкәй булып тойолмаһын,  пенсия хеҙмәте тик рәсми документтар  һәм ғәмәлдәге закон-ҡағиҙәләр нигеҙендә генә эш итә ала. Ниндәйҙер дәүерҙәргә талап ителгән документтар юҡ икән, суд аша рәсмиләштереүҙе  хәстәрләү зарур.

 Юҡҡа ҡаңғырып йөрөмәҫ  өсөн бөтә һорау-белешмәләр өсөн телефонды хәтерләп ҡуйығыҙ: яҙылыу өсөн  – 6-91-88, консультациялар өсөн -6-07-75. 

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас