

Эске, айырыуса руль артында эске бер ваҡытта ла яҡшы тамамланмай инде ул!
ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова бәйән итте:
-12 октябрь киске 5 тирәләрендә Ураҙ ауылының Мышағыр урамында билдәһеҙ «Фольксваген» 36 йәшлек урындағы кешене төрттөрә. Зыян күреүсене травмотология бүлексәһенә һалырға тура килә. Ә автомобиль шул арала юҡ була. Оператив саралар менән асыҡланды – дүрт урындағы ир бергә эскән булалар, шул арҡала был бәлә килеп сыҡҡан да инде. Руль артында 37 йәшлек ир ултырған була, әле бөтә хәл-шарттар асыҡлана.
Гөлнара Фәрит ҡыҙы тағын да иҫкәртте – руль артына иҫерек көйөнсә ултырыусылар үҙҙәренең дә, бөтә тирә-йүндәгеләрҙең дә ғүмерҙәрен, һаулыҡтарын етди ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.