

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә яңы байрам — Атайҙар көнөн булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Октябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә, тиелә рәсми документта.
Быйыл байрам 17 октябргә тура килә. Байрамды булдырыу идеяһын Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тәҡдим иткән. Эх, байрам иғлан итеү менән бер ыңғайы атайҙарға заманына ярашлы аҡса эшләргә мөмкинлектәр биреү ҙә хәстәрләнһен ине, юғиһы күп ғаиләләр матди проблемалар арҡаһында тарҡала йә атайҙар ғаилә аҫрау өсөн ситтән йөрөй.
Испанияла сама менән һәр бишенсе бала ғына 30 йәшкә еткәнсе ата-әсәһенән айырым йәшәй башлай. Ҡалғандар үҙаллылыҡҡа атлыҡмай, йәштәр араһында эшһеҙлек, торлаҡ ҡиммәт тип аңлатыла был хәл. Әммә мәгәр йәлләргә ашыҡмай тороғоҙсо! Испания премьер-министры Педро Санчес был социаль ҡатламға яңы пособие тураһында иғлан итте. 18-35 йәштәге ярлыларға торлаҡ яллау өсөн ике йыл дауамында айына 250 доллар түләнәсәк – беҙҙең аҡсаға 18 мең һумдан ашыу. Ә “ярлы йәштәр” тип йыллына 23 700 евронан түбән килем алыусылар иҫәпләнә икән: беҙҙең аҡсаға 1 980 905 һум, йәғни айына 165 мең һум! Ундайҙарҙы ярлы тигәстәре, испан малай-шалайҙары менән сағыштырғанда беҙ кем булабыҙ икән һуң...... Әйткәндәй, йәштәр уртаса айына 970 евро ғына ала тип борсола ил властары, беҙҙең аҡсаға – 81 мең һумдан ашыу!
2-се Башҡорт уҡсылар полкы байрағын Башҡортостанға ҡайтарыуға өлгәшелде, тип хәбәр итте республика Башлығы Радий Хәбиров.«Беҙ тарихи хәтерҙе һаҡлау, Башҡортостан яугирҙәренең хәрби батырлыҡтарын мәңгеләштереү мәсьәләләренә айырым иғтибар бүләбеҙ. Башҡорт полктарының Петроградты генерал Николай Юденич ғәскәрҙәренән һәм сит ил интервенттарынан яҡлап һуғышыуы ил дәүләтселеген һаҡлауға өлөш индереү өлгөһө булып тора. 1919 йылда Реввоенсовет Ҡыҙыл Армияның бер нисә башҡорт полкын Көньяҡ фронттан Петроград янына күсерергә ҡарар итә. Улар Петроград эшселәре, курсанттары һәм моряктарына ярҙамға килә. Ул саҡта Петроградты һаҡлап алып ҡалалар», — тип билдәләй Радий Фәрит улы. Башҡорт полкының байрағы 10 йыл шәхси коллекцияларҙа һаҡланған, Рәсәйгә ул АҠШ-тан ҡайтҡан.Хәҙер ул Башҡортостандың Милли музейына һаҡлауға тапшырыла.
1990 йылдың аҙағында Өфө ҡыҙы Гөлбина Ғилванова Төркмәнстанға сығып китә – буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһе менән танышырға. Күпмелер ваҡыттан ҡыҙ бәйләнешкә сыҡмай башлай, Советтар Союзы тарҡалғас туғандары белешмә ала алмай. Баҡһаң, никах ҡоролмай, яҡташыбыҙҙы ҡол хәлендә тотоп ҡара эштә эшләтәләр, туҡмайҙар-йәберләйҙәр. Документ юҡ, аҡса юҡ, ҡасып та ҡайта алмай бахыр. Бер урындағы ҡатын Гөлбинаны йәлләп, социаль селтәрҙәр аша туғандарын табып, аяныслы хәле тураһында хәбәр итә. Туғаны шундуҡ БР Башлығы Радий Хәбировтан ярҙам һорай. Бик күп ҡатмарлы процедуралар үткәс кенә тотҡондо ошо арала Башҡортостанға ҡайтарҙылар. Республика властары РФ гражданы паспорты йүнәтеүҙә, эшкә урынлашыу һәм социаль реабилитация тәңгәлендә лә ярҙам итәсәк. Был хаҡта белгәс, Рәсәй һәм Башҡортостан өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек – һәр балаһын хәленән килгәнсә хәстәрләргә тырышҡан ил генә Ватан исеменә лайыҡ! Бына шулай ул, “Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул” тигәнде йыш ишетәбеҙ, ә бит сит илдәрҙә лә беҙҙе береһе лә солтан итергә көтөп тормай, олтан хәлендә ҡалдырыға теләүселәр бихисап.
Донъяла беренсе булып “Гранит” концернының ғилми үҙәге “Тор” тип аталған медицина аппараты әҙерләне – электромагнит тулҡындар менән коронавирусты юҡ итә. Ысынлап та бик эффектлылыр инде, “Росздравнадзор” йәһәт кенә теркәп, серия менән етештерелә лә башлаған. Ҡәҙимге электр селтәренән эшләй, приборҙың ауырлығы ни бары 8,5 килограмм. Электромагнит тулҡындар ҡеүәте кеше өсөн зараһыҙ, кеҫә телефоныҡынан да 5 тапҡыр кәм, әммә ҡәһәрле вирустарҙы дөмөктөрөү өсөн етәлер инде. “Тор”ҙы кеше йыйылған биналарҙа, дауаханаларҙа ҡулланыу күҙ уңында тотола. Тәүге һынауҙар күрһәтә: стационарҙа һауығыусылар һаны 30-50 процентҡа арта, ти.
Өфө-Учалы трассаһында бал һатыусыларҙы барыбыҙ ҙа күргән барҙыр. Әлеге заманала ул дә хәүефле шөғөл икән. Архангель районының Уҫаҡлы ауылынан 68 йәшлек ағай ҙа сауҙа иткән була. 63 йәшлек райондашы бал алыу һылтауы менән килә лә, пенсионерҙы башына сүкеш менән һуғып үлтерә, мәйетте яланда күмә. Ҡәбәхәт тиҙ арала тотолдо, башҡаһынан тыш 30 банка бал тартып алына..... Таксист булараҡ, яңы автомобиль өсөн ошолай аҡса эшләмәксе булған!
Америкала Билл Фишер атлы бер-нисә көн файҙаланмағандан һуң автомобилен ҡабыҙһа, моторы нисектер сәйер итеп дөбөрҙәй башлай. Капотты асып ҡараһа – туп-тулы сәтләүекте күреп ғәжәпләнә. Баҡһаң, парковкаға яҡын урмандан тейен үҙенә ҡышҡылыҡҡа запас туплаған икән. 70 килограмм! Бар тишек-тошоҡтан “тейен күстәнәсен” соҡоп алыу өсөн автомобилде өлөшләтә һүтергә лә тура килгән.