

#Ихахай Көләмәс
Штирлиц таш зинданда иҫенә килә. Тәҙрәлә – рәшәткә, үҙе ҡаҡ һикелә яланғас ята.
-Хет үлтер, бер ни хәтерләмәйем! Гестапо ҡулға алған булһа – мин һаман да Штирлиц әфәнде, НКВД эләктергән икән – мин совет разведчигы иптәш Исаев тип әйтергә кәрәк бит инде.... Мин кем?
Шул саҡ дөбөр-шатыр тимер ишек асыла, килбәтһеҙ ҡиәфәттә ир инә:
- Шул тиклем эсеп янъял ҡуптарыу оят түгелме һеҙгә, иптәш Тихонов!?
Фото алынды - https://4tololo.ru/content/22107