Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
14 Октябрь 2021, 08:40

Каникулға ҡасан китәсәктәр?

Социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа эпидемиологик хәл һөҙөмтәһендә көҙгө каникулдар ваҡыты үҙгәреләсәк тигән хәбәр таралған.

Каникулға ҡасан китәсәктәр?Каникулға ҡасан китәсәктәр?
Каникулға ҡасан китәсәктәр?

Эш шунда — социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа эпидемиологик хәл һөҙөмтәһендә көҙгө каникулдар ваҡыты үҙгәреләсәк тигән хәбәр таралған.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы мәктәптәге көҙгө каникулдар ваҡыты күсереләсәк тигән мәғлүмәт ялған тип белдерҙе.  

Каникулдар календарь уҡыу графигы буйынса үтәсәк. Сиректәр буйынса уҡыусыларға ул 29 октябрҙән 5 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Триместрҙар режимында эшләгән мәктәптәргә сираттағы көҙгө каникулдар 15 ноябрҙән 20-һенә хәтле буласаҡ.

https://www.bashinform.ru/news/1657952-v-minobrazovaniya-bashkirii-oprovergli-informatsiyu-o-perenose-shkolnykh-osennikh-kanikul-/

Автор:Алия Даутова
Читайте нас