

Ошо көндәрҙә Учалы ҡалаһының Тәүтөҙөүселәр урамында ҡарауһыҙ ҡалдырылған “Тойота” автомобиле табыла. Ҡайҙалыр һуғылып бер-аҙ йәмшәйгән, ти. Тик бер-нисә көн үткәс кенә, хужаһы автомобилен ҡыуып алып китеүҙәре тураһында бәлә һалып полицияға килә. Унда эштең айышына тиҙ төштөләр. Баҡһаң, хужа иптәштәре менән “тамаҡ сылаталар”. Бик мул сылатҡандарҙыр инде – бер бәндә һорамайынса асҡысты ала, автомобилде ҡабыҙып сығып китә, юл-транспорт һәләкәте башҡара, автомобилде ташлап ҡаса. Әлбиттә, тотолдо – бер ҡайҙа ла эшләмәгән, ҡат-ҡат хөкөм ителгән әҙәм. Автомобиль ҡыуыу буйынса 166-сы статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.