

Учалы менән Илсе ауылдары араһында юл бик яҡшы хәлгә килтерелеүенә күптәр иғтибар иткән.
«Һалҡын ресайклинг” алымы ҡулланыла икән бит бында.. Бик ябайлаштырып әйткәндә, иҫке асфальт аҡтарып ташланмай. Фреза ярҙамында ҡеүәтленән-ҡеүәтле техника иҫке ҡатламды киҫкеләп онтай. Ҡырсынташ һәм беркеткес матдә менән буталып кәтүкләнә. Эштәр элекке алымдар менән сағыштырғанда 3-5 тапҡыр тиҙ башҡарыла, сифат күпкә юғарыраҡ килеп сыға, экология йәһәтенән дә отошло. Был алым доньяла яңы ҡуллана башлаған. Беҙҙә иһә былтыр Шартымка ауылы тирәһендә тәүләп һынап ҡаралды. Тик ошо ысулды ғына ҡулланырға ине лә, махсус техника үтә ҡиммәтле – 250 миллион һум тиәрһе. Бөтә Башҡортостанда бер генә дана бар бөгөнгө көндә. Шуға ла Учалы юл ремонт-төҙөлөш идаралығына “Башкиравтодор” йәмғиәтенән килеүен сират буйынса көтөргә тура килгән. Әле иһә, шулай уҡ баш предприятиенан заманса асфальт түшәү комплексы эшләй. Октябрь аҙаҡтарына эш тамамланырға тейеш. Асфальт та ЩМА-15 ҡатнашмаһынан түшәлә. ЩМА – үҙебеҙҙә етештерелгән ҡырсынташ-мастикалы бетонлы асфальт - ныҡлы ла, сыҙамлы ла, хатта, һуңынан сатнаған тирәләр үҙенән-үҙе йөйләнә бара, ти.
Бөгөн “Башкиравтодор” йәмғиәте филиалы - Учалы юл ремонт-төҙөлөш идаралығына 84 кеше эшләй. Төбәктәге 608,3 километр юлдарҙы, 19 күперҙе, 500-ҙән ашыу яһалма ҡоролмаларҙы ал-ял белмәй хеҙмәтләндерәләр.
-Яҡташтарыбыҙ юлдағы соҡор-саҡырға һуҡранып, беҙҙе һүгергә күнеккән. . Ә бит беҙ бөгөнгө көндә ни бары подрядсылар - аукциондарҙа ҡатнашып, еңәбеҙ икән, күпме аҡса бүленә, шуны ғына үҙләштерәбеҙ. Элекке кеүек райондағы юлдар өсөн тулыһынса яуаплылыҡ беҙҙең өҫтә түгел. Ләкин бары райондағы юлдарҙы тәртиптә тоторға тырышабыҙ, - ти идаралыҡ етәксеһе Юлай Салауат улы Минһажев.- Һуңғы ун йылда эштәр яйлана бара. Элек районда йылына 1,5-2 километр юл рәткә килтерелһә, хәҙер - 8-10 километр. 2020 йылда 15 километр юлға капиталь ремонт башҡарылды. Быйыл Белорет-Учалы-Мейәс автоюлының 101,400-108-се саҡрымында 6,6 километр юл ремонтлана. Бынан тыш Ҡорама ауылы яғында 700 метр юл төҙөкләндерелә. Контракт шарттарына ярашлы, өс йылда дүрт километр юлды ремонтларға тейешбеҙ. Киләһе йыл Шартымка ауылы тирәләй эштәрҙе дауам итергә насип булһа, Учалы-Мейәс трассаһы тамам ипкә килтереләсәк. Ә Учалы-Белорет йүнәлешендә Уральскты үткәс бер участка ғына етди дәғүәләр уятырлыҡ, ҡалған трасса шөкөр тиерлек хәлгә килтерелгән.
Һанай башлаһаң, вағыраҡ эштәре лә етерлек. Юлай Салауат улы һүҙенән, быйыл “Техноплекс” заводы тирәләй асфальт юл ремонтланды, муниципаль заказдар буйынса Ураҙ һәм Ҡолош, Илсе һәм Рысай, Сәфәр һәм Первомайка ауылдары араһында шоссе рәтләнде, Миндәк, Илсе менән Рысай, Ахун эсендә юлдарға ваҡ ремонт башҡарылды, Рафиҡта күпер тәртипкә килтерелә, Ахунда башҡа подрядсылар күпер төҙөһә, ДРСУ унда асфальт түшәй һәм башҡа күп.
Дөйөмләштереп әйткәндә, былтыр 200 миллион һумлыҡ юл эше башҡарылһа, быйыл иһә - 250 миллион һум . Һандар үҙҙәре өсөн үҙҙәре һөйләй! Гәзит уҡыусыларына ҡыҙыҡ өсөн түбәндәге һандарҙы ла килтерәйек, тәбиғи, уртаса, “ҡара иҫәп” менән алынған һандар был: 1 километр асфальт юлды яҡшылап ремонтлау хаҡы – 15 млн, яңыны һалыу – 25 млн һум тирәһе. Ҡайһы-бер башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда беҙҙә байтаҡҡа осһоҙораҡ төшә икән.
Һөнәри байрамдары алдынан идаралыҡтың алдынғы хеҙмәткәрҙәрен атау дөрөҫ булыр: механизатор-тейәүсе Тайфур Нафиҡов, юл эшсеһе Айнур Кәримов , водителдәр Руслан Алибаев, Илдус Хәкимов , экскаваторсы Радмир Фәттәхов, грейдерсылар Наил Әхмәтшин менән Илдар Шәрәфетдинов, механизатор-тейәүсе Урал Йыһаншин, асфальт-бетон заводы операторы Рим Мөжәһитов, иретеп йәбештереүсе Руслан Хөснөтдинов, машинист-тракторсы Марат Кәримов, келәт мөдире, профком рәйесе Зилә Әхмәтова, каток машинистары Анатолий Кашин, Юнир Вәлиев, юл эшсеһе Руслан Аҫылбаев механизатор-асфальт түшәүсе Азат Минһажев һәм башҡалар. Әйткәндәй, мастер Рөстәм Зәки улы Билалов былтыр “Башкиравтодор” йәмғиәтенең “Йыл кешеһе” исеменә лайыҡ булды. Тик үкенес, “кадрҙар ағымы” юҡ түгел, эш ауыр булыуҙан тыш, икенсе сәбәп тә бар икән. Предприятиелағы 43 дана техника (йөк автомобилдәре, тейәгестәр, грейдерҙар) 82 процентҡа иҫкергән, механизмдар – 87 процентҡа. Вакансияға яңы кеше килә, техникаһы менән юлда боҙолоп ултыра, бында эшләргә теләге бөтә.... Шуға ла, бар идаралыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе һыналған “ҡарт гвардия” тип баһаларлыҡтыр!