Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
18 Октябрь 2021, 10:46

Ике өлгөлө атай

Раят Ишмәхәмәтов һәм   Шәфҡәт Йосопов. Ҡотлайбыҙ!

Ике өлгөлө атайИке өлгөлө атай
Ике өлгөлө атай

 

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә яңы байрам — Атайҙар көнөн булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иткәйнек.

 Октябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә.

 Ошо дата алдынан  ике яҡташыбыҙ «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсында еңгән өсөн билдәләнде: Миндәк мәктәбенең  йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Раят Ишмәхәмәтов һәм  Ҡунаҡбай сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, “Толпар” ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Шәфҡәт Йосопов. Наградалар Өфөлә, “Торатау” когресс-холында тапшырылған. 

  Үҙҙәре өлгөлө атай булыуҙан тыш, әүҙем йәмәғәтсе, эштәрендә  ҡаҙаныштарға өлгәшкән яҡташтарыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

 

Фото район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдиновтың сәхифәһенән - https://vk.com/ruslangilyazetdinov

 

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас