Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
19 Октябрь 2021, 04:02

Фильм төшөрөлдө

«Туған тел илселәре» акцияһы бара

Фильм төшөрөлдөФильм төшөрөлдө
Фильм төшөрөлдө

 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы БР Мәғариф һәм фән,  Мәҙәниәт министрлыҡтары  менән берлектә «Туған тел илселәре» акцияһын үткәрә.  Маҡсаты -  мәктәп йәшендәге балаларҙы  халҡыбыҙ мәҙәниәте, тарихы  һәм телебеҙ менән таныштырғанда  музейҙарҙы киң файҙаланыу.

 -Акция  сиктәрендә Көсөк ауылында күренекле шәхес, комбриг М. Л. Мортазиндың йорт музейында БР  мәғарифты үҫтереү институтының ресурс үҙәге тарафынан фильм төшөрөлдө. Фильмды әҙерләүҙә ветеран уҡытыусы Гөлсирә Ғакил ҡыҙы Ғарипова күп көс һалды. Көсөк ауылы ағинәйҙәренең, М. Мортазиндың яҡын туғандарының , филология фәндәре кандидаты, журналист Р. В. Шәһиевтын, Озерный урта мәктәбе уҡыусылары сығыштары легендар шәхес тураһындағы фильмдың йөкмәткеһен байытты, -тип белдерәләр район мәғариф бүлегенән.

 

 Мәғлүмәт һәм фотолар алынды - https://vk.com/club101752739

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас