Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
19 Октябрь 2021, 08:54

"Наталья Владимировна ғына ҡаршы тауыш бирергә батырсылыҡ иткәйне". Хәҙер - Африкала.

#колумнистика

"Наталья Владимировна ғына  ҡаршы тауыш бирергә батырсылыҡ иткәйне". Хәҙер - Африкала."Наталья Владимировна ғына  ҡаршы тауыш бирергә батырсылыҡ иткәйне". Хәҙер - Африкала.
"Наталья Владимировна ғына ҡаршы тауыш бирергә батырсылыҡ иткәйне". Хәҙер - Африкала.

Башҡортостан  2021 йылдың туғыҙ айында иген һәм уны эшкәртеү продукцияһын 19 илгә   экспортлаған.  Барлығы 125,43 мең тонна  Бельгия, Венгрия, Германия, Дания, Нидерландтар, Норвегия, Польша, Латвия, Литва, Ҡытай, Монголия, Төркиә, Әзербайджан, Әрмәнстан, Беларусь, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстанға оҙатылған.  Шул иҫәптән йәмғеһе 75,96 мең тонна иген культуралары:46,52 мең тоннанан ашыу арпа, 15,09 мең тонна бойҙай, 8,92 мең тонна етен, 2,47 мең тонна арыш, 750 тонна ҡарабойҙай, 260 тонна гәрсис.

РФ Хөкүмәте яңы закон проекты әҙерләй, ҡабул ителә икән, руль артына иҫерек ултырған водителдәр шундуҡ енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ ( әле, тәү тапҡырға – административ яуаплылыҡ) һәм ғүмерлеккә  транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителәсәктәр. Бер ыңғай ҡорал тотоу, самолет-яхта йөрөтөү хоҡуҡтары ғәмәлдән сығарылыуы мөмкин, ти.  Беҙҙә ни, самолет ҡайғыһы юҡ, ә бына тамағына ла баш була алмаған бәндәләргә, ысынлап та,  мылтыҡ тоттормау хәйерләк.

Мәскәү кешеләре – Хоҙайҙың ҡашҡа тәкәләре тиерлектер. 27 октябрҙән вакцина ҡуйҙырыусылар араһында 10 фатир уйнатыла, тип хәбәр ителде.  Ә 65 йәште үткән кешеләр коронавирустан һаҡлана икән, 10 мең һум тотторола. Әллә инде, ошолай әүрәткәстәре, киреһенсә инәлтә башламаҫтар микән?  Ҡашшаҡ бит инде беҙҙең кешеләр. Вакциналар етмәһә, ҡиммәт хаҡҡа ҡуйылһа ғына, ирешә-һуғыша сиратҡа баҫыр инек буғай. Бушлай булғас, әжәл дарыуының ҡәҙерен күптәр белеп еткермәй!

РФ COVID-19 менән көрәш штабы ҡарарына ярашлы  9 ноябрҙан 9 ил менән ( Багамы, Иран, Нидерландтар, Норвегия, Оман, Словения, Тунис, Швеция, Таиланд ) авиабәйләнеш тергеҙелә. Шул уҡ ваҡыттан  Австрия, Швейцария, Финляндия, Ғәрәп Әмирлектәре менән авиабәйләнештә булған сикләүҙәр алына,  Мальдивы, Германия, Греция, Мальта, Франция, Испания кеүек илдәргә рейстар күбәйтелә, тип тә хәбәр ителде. Эйе, аңлап торабыҙ, бай әҙәмдәрҙең, түрәләрҙең  һалҡын миҙгелдә йылы яҡтарҙа ял итке киләлер, шулай ҙа, пандемия ҡоторған мәлдә тегеләй-былай йөрөүҙәрен кәметһәләр бер ҙә насар булмаҫ ине буғай!

Шулай итеп, яңы РФ Дәүләт Думаһы һайланды, сама менән элекке депутаттарҙың яртыһы һаман да “халыҡ ялсылары” булып ҡалды. Ә бына “Берҙәм Рәсәй” партияһының сағыу вәкиле Наталья Поклонскаяға депутат мандаты эләкмәгән икән. Ошо көндәрҙә Наталья Владимировнаны Кабо-Верде тигән илгә  Рәсәй илсеһе итеп тәғәйенләү тураһында указ сыҡты.  Был дәүләт тураһында элек ишеткән дә юҡ ине, Африкала бәләкәй генә утрау икән, ни бары 500-600 мең тирәһе кеше йәшәй. Хәтерегеҙҙәлер, бөтә фракциянан тик Наталья Владимировна ғына пенсия йәшен күтәреүгә ҡаршы тауыш бирергә батырсылыҡ иткәйне.

Һуңғы ике тиҫтә йылда Рәсәйҙән 5 миллионлап кеше эмиграциялаған икән. Шуныһы ғына  бер аҙ тынысландыра -  Ватанды етеш тормош өмөтөнә алыштырыусыларҙың күпселеге ике баш ҡаланан (Мәскәү -50, Санкт-Петербург -14 процент).

Япондар оҙаҡ йәшәй, байҙар, ләкин байлыҡтарын ташҡа үлсәйек – фатирҙарында яңғыҙ ятып үлеүселәр саманан тыш күбәйә бара (Токиола ғына 2018 йыл – 5513 осраҡ). Күршеләре мәйет еҫен һиҙгәс кенә тейешле хеҙмәт саҡ ырыла. Бер кемгә кәркмәгән ҡарт-ҡарсыҡтарҙың кәүҙәләре  айҙар буйына һаҫып ятҡан осраҡтар ҙа теркәлгән, ти.... Шуға ла “R65 inc” фирмаһы оло яңғыҙаҡтарҙың өйҙәренә “үлем детекторҙары” ҡуя башлаған. Кеше 20 сәғәт электр селтәрен ҡабыҙмай йә һүндермәй икән, компьютер телефондан шылтыратып, иҫәнме -юҡмы, тип белешә. Был алым да кешене хәстәрләү түгел, ни бары баҙар иҡтисады сағылышы: кеше үлеп оҙаҡ ятҡан фатирҙың хаҡы осһоҙайыуы бар, ти.... Бына шулай, артыҡ бай йәшәмәһәк тә, беҙҙе, исмаһам, баҡыйлыҡҡа хәстәрлеккә солғап, ҡәҙер-хөрмәт менән оҙаталар, тип йыуанайыҡ!

Һиндостандың Керал штатында  бер ир шәрәмәте “ике ғүмер оҙонлоғона” (хөкөмдә тап шулай әйтелә)  төрмәгә ултыртыла.  Милкенә үҙләштереү ниәтендә 25 йәшлек ҡатынын үлтергән өсөн.  Енәйәтте хас һинд киноларындағы һымаҡ башҡара: ҡара йылан (гадюка) һатып ала ла, хәләл ефете үткән ергә ебәрә. Был тапҡырында  ҡатын иҫән ҡалғас,  ағыуы зәһәрерәк кобра һатып алып, карауатҡа һала. Ҡатындың туғандарын ике-өс аҙнала бер кешегә йыландар ике тапҡыр һөжүм итеүе шикләндерә, соҡона торғас, эштең осона сығалар.

Англияла бер баҡсала тарихи ҡомартҡыларға оҡшатып яһалған һындар торған була. Заманында  беҙҙең аҡсаға 20-30 мең һумға һатып алалар.  Күсенер алдынан интернет аша һатыуға сығарһалар,  ысын боронғо Египет һәйкәлдәре икәнлеге асыҡлана.  265 мең долларға алырға теләүселәр шундуҡ табыла, беҙҙең аҡсаға  -19 миллион һумдан ашыу. Бына шулай ул, яҙған ризыҡ теш һындырып булһа ла, ауыҙға керә.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас