Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
19 Октябрь 2021, 11:30

Йөҙә белмәйенсә диңгеҙгә ташланмаҫ кәрәк ине, йәмәғәт! Крокодил-акулалар ҙа күп....

Күрше хаҡы -15 меңгә отолоу....

Йөҙә белмәйенсә диңгеҙгә ташланмаҫ кәрәк ине, йәмәғәт! Крокодил-акулалар ҙа күп....Йөҙә белмәйенсә диңгеҙгә ташланмаҫ кәрәк ине, йәмәғәт! Крокодил-акулалар ҙа күп....
Йөҙә белмәйенсә диңгеҙгә ташланмаҫ кәрәк ине, йәмәғәт! Крокодил-акулалар ҙа күп....

Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе Лия Фәттәхова сираттағы алданып ҡалыу осраҡтары  тураһында бәйән итте.        

 ...Бер олораҡ ҡатын өй йыһазын һатмаҡсы була. Әбейҙәр ҙә заман технологиялары тураһында хәбәрҙар бит инде – туғандарына “Авито” сайтына был хаҡта иғлан ҡуйырға ҡуша.  Күпмелер ваҡыттан  ниндәйҙер ойошма исеменән  шылтыраталар.  Йәнәһе лә, ҡуйылған хаҡ менән килешеп, аҡса күсереү өсөн банк картаһының номерын әйтеүен һорайҙар.  Апайҙың бындай төр картаһы булмағас, китә күршеһенә. Аҡсаңды үҙ картаңа күсерт тә, миңә бирерһең, тип үтенә. Теге ни, күршенең һүҙен йыға алмай, “мебель алыусыларға” номерын әйтә. Тегеләр ни, төрлөсә баштарын бутап, аҡса күсереү түгел, күрше ирҙең картаһындағы үҙенең 15 мең һумын һыпырып алалар.

Йөҙә белмәйенсә диңгеҙгә ташланмаҫ кәрәк  ине, йәмәғәт! Виртуаль  даръяларҙа  акула-крокодилдар да  саманан тыш күп.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас