

Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе Лия Фәттәхова сираттағы алданып ҡалыу осраҡтары тураһында бәйән итте.
...кешенең күҙенә ҡарап алдарға өйрәнгән бәндәләр күбәйгәндә, интернет-таныштарға ышаныусылар ҙа һаман бар икән. Учалы ҡалаһынан бер ҡатын социаль селтәрҙәрҙә ир менән таныша. Мут бәндәләр кешегә оҡшай беләләр бит инде, оҡшай белмәһәләр ас ҡалырҙар ине! Был ир шәрәмәте лә, миңә бурысҡа аҡса кәрәк ине, ҡайтарам, тип эс-бауырына инә. Аҡсаһы булмағандыр, ҡатын юғары процентҡа 30 мең һум тирәһе микрозайм юллай, “дуҫына” күсерә. Теге ни, ай һайын үҙем түләй барырмын, тип юхалаған була. Тәбиғи, маҡсатына ирешкәс, шундуҡ эҙһеҙ юғалған. Ҡасан ғына төшөнөрбөҙ икән – үҙҙәрен интернетта “аҡ “мерседес” атланған принц”, ғали йәнәптәре тип таныштырыусыларҙың күпселеге мут холоҡло йолҡоштар. Байтағы тап әлеге мәл төрмәлә ултырған бәндәләр – тәмәке-сәйгә аҡсалары бөтһә, телефондың икенсе осондағы хәйләһеҙ ҡатындарға нескә хис-тойғолар тураһында ләпелдәй башлай торғандар.
Әйткәндәй, был юлдарҙың авторына ла ваҡыты-ваҡыты менән сибәрҙән-сибәр йәш ҡатын төшкән сәхифәләрҙән хаттар килә, нишләптер байтағы үҙҙәрен АҠШ хәрбиҙәре, тип таныштыра. Берәйҙе, “журналист тикшереүе” үткәреү өсөн оҙағыраҡ аралашҡанда ла булыр ине инде, тик ваҡыт яғы наҡыҫыраҡ шул, гәзит сығарыр, урындағы яңылыҡтарҙы күҙәтә барыр кәрәк..... Шуға ла, өйләнгәнмен, тигән ҡыҫҡа яуаптан ары киткән юҡ.