Ҡайҙа бараң инде, пандемия, тип башты ташҡа һуғып булмай. Ҡайһы саҡ, үгеҙ үлһә - ит, арба ватылһа - утын, коронавирус ҡупһа - өҫтәмә ял, тип тә донъяға ҡарарға өйрәнергә тура килә... "Башинформ" хәбәр итте: "Рәсәй хөкүмәте вице–премьеры Татьяна Голикова коронавирусҡа бәйле хәл тип 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял көндәре иғлан итергә тәҡдим иткән. Бының турала ТАСС хәбәр итә.
Голикова шулай уҡ ҡайһы бер төбәктәрҙә ял көндәрен 23 октябрҙән үк индерергә кәрәк тигән. Уның фекеренсә, улар 7 ноябрҙән һуң QR-коды буйынса ғына объекттарға индереүҙе ойоштора ала.
Премьер — министр Михаил Мишустин 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял көндәре иғлан итеү буйынса тәҡдимгә ризалашҡан. Ул вице-премьерҙарға ял көндәрендә бизнесҡа нисек ярҙам итергә була тип тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушҡан".
Иң мөһиме - дауаханалар тулы режимда эшләһен инде. Үҙебеҙ ҙә һаҡланыу саралары тураһында онотмайыҡ.