Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
21 Октябрь 2021, 10:45

Кандидатура «Берҙәм Рәсәй» партия фирҡәһе тарафынан хупланды

Быға тиклем БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләгән яҡташыбыҙ Эльвира Айытҡолова урынына яңы кандидатура күрһәтелде

Кандидатура «Берҙәм Рәсәй» партия фирҡәһе тарафынан хупландыКандидатура «Берҙәм Рәсәй» партия фирҡәһе тарафынан хупланды
Кандидатура «Берҙәм Рәсәй» партия фирҡәһе тарафынан хупланды

Башҡортостан парламенты ултырышында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары кондидаттары өсөн тауыш биреү уҙҙы. Күпселек тауыш менән Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет ағзаһы Тамара Танһыҡҡужина һайланды.

Уның кандидатураһы кисә «Берҙәм Рәсәй» партия фирҡәһе тарафынан хупланғайны. Вице-спикер вазифаһына Лия Хафизова (КПРФ) һәм ЛДПР-ҙан Дмитрий Иванов та дәғүә иткәйне.

«Тамара Танһыҡҡужина республика парламентына сентябрь һайлауҙары һөҙөмтәһе буйынса килде һәм шунда уҡ эшкә әүҙем тотондо, — тип үҙ фекерен белдерҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Республика халҡы Тамара Михайловнаны лайыҡлы спорт ҡаҙаныштары, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының өс составындағы әүҙем эше, ҡыҙыҡлы социаль проекттары аша яҡшы белә. Тамара Танһыҡҡужина үҙенең дисциплинаһы, ныҡышмалылыҡ, стресҡа ҡаршы тора алыу һәм ярҙамсыл булыу кеүек шәхес сифаттары менән барыһына ла үҙе ҡаҙанды. Был сифаттар уға депутатлыҡта һәм парламент рәйесе урынбаҫары кеүек яуаплы вазифала уңышлы эшләргә мөмкинлек бирәсәк».

Тамара Танһыҡҡужина ышаныс өсөн депутаттарға үҙ рәхмәтен белдерҙе.

Быға тиклем парламент вице-спикеры булған Эльвира Айытҡолова Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланды һәм федераль парламенттың түбәнге палатаһында республика мәнфәғәттәрен яҡлай.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2021-10-21/zamestitelem-predsedatelya-gossobraniya-bashkirii-izbrana-tamara-tansykkuzhina-2555099

 
Автор:Алия Даутова
Читайте нас