Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
21 Октябрь 2021, 06:17

Кирәбе юлында фажиғә

Водитель таныҡлығы ла булмаған....  

Кирәбе юлында фажиғәКирәбе юлында фажиғә
Кирәбе юлында фажиғә

ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова тағын да бер  юл фажиғәһе тураһында хәбәр итте:

-20 октябрь, Учалы-Кирәбе юлының 4-се километрында “Лада Гранта” автомобиле юлдан осоп төшөп түңкәрелә.  Ауыр имгәнгән 33 йәшлек водитель дауаханаға илтелә, аңына ла килмәйенсә йән бирә. 33 йәшлек пассажир ҡатын травматология бүлексәһенә һалынды. Водителдең транспорт менән идара итергә таныҡлығы юҡ, ти, эскән булыуы ла ихтимал. Әлеге мәл бөтә хәл-шарттар тикшерелә.

....Ҡар яуҙы, тайғаҡ, һаҡ булығыҙ инде, яҡташтар!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас