

Уҡыусылар календарь уҡыу графигына ярашлы 29 октябрҙән 7 ноябргә тиклем көҙгө каникулдарҙа буласаҡ. Бының турала «Башинформ»ға БР Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр.
«Уҡыусылар өсөн бер ниндәй ҙә өҫтәлмә каникулдар ҡаралмаған», - тип белдерҙе министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте.
Бөгөн ҡайһы бер федераль киң мәғлүмәт сараларында РФ Мәғариф министрлығы 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем иғлан ителгән ял көндәренә өҫтәп мәктәптәрҙә оҫтәлмә каникулдар иғлан итергә ниәтләй тигән мәғлүмәт сыҡты. Бының турала ведомствоның Telegram-каналында ла яҙғандар.
https://www.bashinform.ru/news/social/2021-10-21/dopolnitelnyh-osennih-kanikul-dlya-shkolnikov-bashkirii-ne-budet-minobrnauki-2555505