Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2021, 08:25

Алтын хаҡына бесән...

Зыян 5 мең һумдан ашһа – енәйәт тип баһалана  

Алтын хаҡына бесән...
Алтын хаҡына бесән...

Яуаплылыҡ ҡырҡа ҡатыланды, тип ҡат-ҡат иҫкәртһәк тә, был хаҡта әллә ишетмәгән, әллә ишетергә теләмәгән яҡташтарыбыҙ ауыр хәлдәргә тарый.

 Үҙебеҙ заманында урман хужалығында  эшләгәс, хәтерҙә: ауыл кешеләре ҡайҙа уңайлы, шунда кәбән аҫтына һөйрәткегә ҡайын ауҙарырға күнеккән  ине. Беҙ, урмансылар, саманы үтмәһәләр. Хаттин ашмаһалар, тәбиғәткә әллә ни зыян юҡ, тип күрмәмеш тә булғыланыҡ,  түләткән  осраҡта ла, хаҡтар  әллә ни ҡурҡыныс түгел ине. Хәҙер ни, элек  артыҡ етди булып күренмгән яҙыҡлыҡ өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылыу бик тә мөмкин.

  Әйткәндәй, полицейҙарға үпкәләү урынһыҙ – улар ғәмәлдәге законды үтәргә бурыслы.  Кемгә әлеге хәл оҡшамай, РФ Дәүләт Думаһындағы депутаттарына мөрәжәғәт итеп ҡарай ала.  Нисек кенә булмаһын, яҡташтарыбыҙҙы етди яуаплылыҡҡа  илткән ҡылмыштарҙан киҫәтеү өсөн  эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе Динара Фәсхетдинова ошондай бер хәл тураһында ентекләп бәйән итте.

...Пенсия йәшендә булһа ла, сәнәғәт предприятиеһында водитель булып эшләгән, бығаса хөкөм ителмәгән ир  Мансур ауылынан бер-ике саҡрым алыҫлыҡта бесән әҙерләй.  Сентябрь айы урталарында  кәбән аҫтына һөйрәткегә 3 ҡайын ауҙара. Үҙенең аңлатыуынса,  бары алып булмаясаҡ, тип, лесхоздан ниндәйҙер рөхсәт ҡағыҙҙары юллап тормай. (Эйе,  кеше теләгән урында  ағас ауҙартырға урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең хоҡуғы юҡ).  Кәбән өйә. Бер-ике аҙнанан  артып ҡалған ағас олондарын утынға бысырға тип йөк автомобиле һәм мотобысҡы менән килә. Эш башлағанда хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡулына эләгә. Ярҙамға зат кешене лә алған була. Ярар ҙа, уныһы ағастың законһыҙ йығылыуы тураһында алдан белмәй, юғиһә икеһенә лә ҡатыраҡ яуап тоторға тура килер ине буғай...

-Өс ҡайндың дөйөм  күләме -1,484 кубометр булды. РФ Хөкүмәте билдәләгән такса буйынса урман хужалығына зыян 10 499 һум тәшкил итә, “әһәмиәтле” (“значительный”), тип баһалана. РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының (законһыҙ рәүештә урман киҫеү) 1-се өлөшө буйынса эш ҡуҙғатылды, тәфтиш бара. Граждан үҙ ғәйебен таный, - ти иптәш майор.

 Динара Фәнил ҡыҙының әйткәненә шуны өҫтәр инек: статьяның был өлөшө буйынса иң йомшаҡ яза – 500 мең  һумға тиклем штраф, ә бына 2-се, 3-сө өлштәр буйынса ғәйепленең  3  миллион һум штраф түләүе (зыянды ҡаплауҙан тыш!) , 7 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүҙәре лә мөмкин. Һуңғылары - күмкәләп, алдан килешеп, йә  эш вазифаһын файҙаланып, йә ҙур (ауырыуса ҙур) зыян килтереп  енәйәт ҡылыусыларға ҡағыла. Белешмә өсөн: “әһәмиәтле зыян” -5 мең һумдан, “ҙур” – 50 мең һумдан, “айырыуса ҙур” – 150 мең һумдан ашыу зыян.  Ундайҙар ҙа осрап тора. БР буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итте: быйыл  ғинуар айында полицейҙар Ахун ҡарағайлығында  ағас ауҙарған ике Учалы ҡалаһы кешеһенә тап булалар. Рәхсәт ҡағыҙҙары булмайынса 5 төп ҡарағай киҫеүҙәре асыҡлана -13 кубометр, урман фондына зыян 190 мең һум күләмендә иҫәпләнә. Тикшерә  башлағас, ҡала  кешеләрен 30 йәшлек Ахун егете яллауы асыҡлана, ағас йорт һалыу өсөн кәрәк була, хеҙмәткәрҙәренә ҡылмыштың законһыҙ икәнлеге тураһында хәбәр итмәгән. Ошо арала суд үткән, Ахун кешеһе ғәйебен танығас, зыянды  ирекле рәүештә ҡаплағас, сағыштырмаса еңел язаға хөкөм ителде: 2 йылға шартлы рәүештә иректән мәхрүм ителеү, 2 бензобысҡы, ағастар, тәбиғи, конфискациялана. Мәҡәлә яҙылғанда был суд ҡарары законлы көсөнә инмәгән ине әле.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: