Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
22 Октябрь 2021, 05:05

Хеҙмәтле кеше - хөрмәтле кеше

Әхтәм Әхмәт улы изге күңелле, һиҙгер йөрәкле, кеше хәленә инә белгән, үҙ эшенең оҫтаһы булған етәксе. Тыйнаҡ, эшлекле һәм сабыр. Уның талантына һәм профессионаллегенә, төплө белемлелегенә иҫең китерлек! Ундайҙар тураһында ергә Хоҙай ебәргән, тиҙәр. Ҡалабыҙҙа шундай юғары наградаға лайыҡ кеше йәшәүе үҙе бер ғорурлыҡ!

Хеҙмәтле кеше - хөрмәтле кешеХеҙмәтле кеше - хөрмәтле кеше
Хеҙмәтле кеше - хөрмәтле кеше

Республика көнө алдынан ғәҙәттәгесә бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн район хакимиәте Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ә Учалы районының Почетлы гражданы исеме Учалы ҡалаһының иң хөрмәтле кешеһе, яҡташыбыҙ - Әхтәм Әхмәт улы Абдрахмановҡа бирелде.
Әхтәм Әхмәт улы изге күңелле, һиҙгер йөрәкле, кеше хәленә инә белгән, үҙ эшенең оҫтаһы булған етәксе. Тыйнаҡ, эшлекле һәм сабыр. Уның талантына һәм профессионаллегенә, төплө белемлелегенә иҫең китерлек! Ундайҙар тураһында ергә Хоҙай ебәргән, тиҙәр. Ҡалабыҙҙа шундай юғары наградаға лайыҡ кеше йәшәүе үҙе бер ғорурлыҡ!
Әхтәм Әхмәт улы тураһында тик яҡшы яҡтан ғына ишетергә була: ҡала-район мәктәптәренә, балалар баҡсаһына ярҙам итеү булһынмы, ойошма-предприятиеларҙың йылытыу һәм электротехник системаларын ремонтлаумы ул, мәҙәни һәм спорт сараларын үткәреүҙә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүме. Хәтеремдә, тормош иптәшем Әхтәм Әхмәт улы етәкләгән "Энергоремонт" йәмғиәтендә эшләгән сағы ине. Беҙ яңы ғына өйләнешкән мәл. Ипотека алыу өсөн банкка килгәнбеҙ. Ләкин беренсе иғәнә кертергә аҡса юҡ. Тормош иптәшем ярҙам һорап Әхтәм Әхмәт улына килде. Мөмкинлек бар икән, яҡшы белгестәргә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ тине, кире бороп сығарманы. Шулай итеп, беҙ уның ярҙамы менән фатирлы булдыҡ.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, атайҙан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән, тиҙәр. Тормош юлын иҫкә төшөргәндә иң алда Әхтәм Әхмәт улы ата-әсәһен йылы хәтирәләр менән генә иҫкә алды.
-Атайым - ныҡ эшһөйәр, тырыш, грамоталы кеше ине. Уны ауылда хөрмәт иттеләр. "Йыуаш Әхмәт" тип йөрөттөләр, ныҡ изге йәнле кеше ине шул. Беҙ бала саҡта бер ниндәй хикмәт күрмәй үҫтек, ауыр һүҙ ишетмәнек. Ата-әсәйебеҙ үҙ-ара ирешмәнеләр, бер ваҡытта ла һүгенмәнеләр. Шуға күрә атайым менән әсәйем беҙҙең өсөн һәр ваҡыт өлгө булды. Кешене кеше итеүҙә атай-әсәй тәрбиәһе ҙур роль уйнай. Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер, ти бит халҡыбыҙ ҙа. Беҙ өс туған да бер-беребеҙгә өлгө булырға тырыштыҡ.
Әхтәм Әхмәт улының дөйөм хеҙмәт стажы - 41 йыл. Хеҙмәт юлын 1972 йылда ябай быраулау станогы машинисы ярҙамсыһы булып башлаған кеше бөтә уңыштың башы тәртиптә икәнен яҡшы белә торғандыр. Әрменән ҡайтҡас комбинатҡа слесарь булып эшкә килә. Магнитогорск тау-металлургия институтын тамамлай. Уҡыуҙан һуң Ижевск ҡалаһындағы электромеханика заводында участка мастеры булып эшләй. 1984 йылда Учалыға ҡайтып иретеп ҡойоу механика заводында төҙөү-монтажлау участка начальнигы була. Бер мәл "Учалыстрой" тресында, "Кровля" йәмғиәтендә, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм төҙөкләндереү буйынса урынбаҫары булып эшләп ала. 2001-2006 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында цех начальнигы, 2006-2013 йылдарҙа "Энергоремонт" йәмғиәте директоры. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне, тырыш хеҙмәте өсөн 2012 йылда Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе исеме бирелә.
Иң мөһиме - яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына ташламаһын, ниндәй генә һынауҙар сығармаһын юлдарына, ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләмәһен, ниндәй генә вазифа биләмәһен Әхтәм Абдрахманов кешеләр менән һөйләшергә лә, проблемаларын хәл итешергә лә ваҡыт таба. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.
Тормош иптәше Мәрйәм Әсҡәт ҡыҙы менән бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Азат улдары Санкт-Петербург ҡалаһында престижлы проект институтында хеҙмәт итә, ҡыҙҙары Алина Өфөлә йәшәй, кардиологик үҙәктә кардиолог булып эшләй. Бәхетле олатай менән өләсәй ҙә үҙҙәре. Амелия ейәнсәрҙәренә 10 йәш. Хаҡлы ялда ла тынғы белмәҫ Абдрахмановтар тик ятмай - бал ҡорттары үрсетәләр.
-Бал ҡорттары менән оҡшаш сифаттарыбыҙ күп. Улар кеүек үҙем дә эшһеҙ тороп өйрәнмәгәнгәлер, бал ҡорттары менән булышыу күңелемә яҡын, - тип йылмая Әхтәм Әхмәт улы.
Ысынлап та, күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Уға артабан да рәхмәт һүҙҙәре генә ишетеп, оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Әхтәм Әхмәт улының хеҙмәте лайыҡлы баһаланды һәм артабан да уға тик ҡәнәғәтлек килтерһен!

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас