Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
25 Октябрь 2021, 09:10

Локдаун уяулыҡ талап итә

Урман янғындарын һүндереүҙә актив ҡатнашҡан учалыларға БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Локдаун уяулыҡ талап итәЛокдаун уяулыҡ талап итә
Локдаун уяулыҡ талап итә

Шулай итеп, 30 октябрь -  7 ноябрь ил буйынса локдаун иғлан ителде, коронавирус таралыуҙы кәметеү өсөн күп учреждениелар эшләмәйәсәк, кешеләр башлыса өйҙәрендә ултырыуҙары күҙ уңында тотола.

Ошо көндәрҙә Учалыға эш сәфәре менән БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты рәйесе урынбаҫары Мурат Задин килгәнендә,  тап был  осорҙа янғын именлеге йәһәтенән дә  айырыуса уяу булырға саҡырҙы. Мурат Халиҙар улы йыйған кәңәшмәлә төп мәсьәлә – ултыраҡтарҙа, урмандарҙа ут бәләләрен профилактикалау ине. Яңғыҙ йәшәгән, именһеҙ ғаиләләрҙең йәшәйешенә ҡүҙ-ҡолаҡ булыу кәрәклегенә лә баҫым яһалды, был локдаун ваҡытында айырыуса мөһим.. Башҡа етди һорауҙар күтәрелде.

Кәңәшмәлә  Учалы, Туңғатар, Уральск ауыл ултыраҡтары хакимиәттәре  вәкилдәре үҙ биләмәләрендә  башҡарған эштәр буйынса отчет яһай.

Ә иң һуңында дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары урман янғындарын һүндереүҙә актив ҡатнашҡан учалыларға БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Янғын йәһәтенән был йәй үтә тынғыһыҙ булды бит, фәҡәт күмәкләгән көс менән тотоноу арҡаһында ғына эш ныҡ олоға ебәрелмәне.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас