Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
25 Октябрь 2021, 05:47

Полиция автомобилен бәрҙерҙе!

Иҫерек, быға тиклем дә эсеп руль артында тотолған

Полиция автомобилен бәрҙерҙе!Полиция автомобилен бәрҙерҙе!
Полиция автомобилен бәрҙерҙе!

Төнгә ваҡытта Учалы ауылының Баһауетдинов урамында  полицияның юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарына  «Митсубиси Галант» автомобиле шиклерәк булып күренә. Тикшерегә туҡтамаҡсы булһалар,  теге йән-фарман ҡаса башлай. Туҡтау тураһында талаптарға бойһонмай. Улай ғына ла түгел, патруль “Рено Логан” автомобиле үҙен уҙып юлды ҡапламаһын өсөн  автомобиль ҡабырғаһы менән төрттөрә.

...Киноларҙа ғына алабарман водителдәр ҡасып ҡотола бит ул! Был водитель тиҙ арала тотола. 34 йәшлек урындағы кеше. Байтаҡ хәмер эскәнлеге  асыҡланды ла инде: һулап сығарған һауаның 1 литрында алкоголь миҡдары 1,005 мг. Тикшерә башлағас,  быға тиклем дә иҫереп руль артында тотолған булыуы ҡалҡып сыҡты. Хәҙер ни, тамағына баш була алмаған иргә  РФ Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһы буйынса эш ҡуҙғатылыуы мөмкин. 300 мең һумға тиклем штраф һалыныуы, хатта, 2 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе лә ихтимал.

-Бер осраҡта ла иҫерек көйөнсә автомобиль менән идара итергә ярамай!-ти ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова. – Ә эш боҙғас ҡасып маташыу - икеләтә-өсләтә хәүефле! Һәм файҙаһыҙ – бары тотоласаҡтар, яза ғына ҡатыланасаҡ.  Ә был  иҫерек водителдең юлына ҡаршы сыҡҡан йәш хеҙмәткәрҙәребеҙ Азат Харисов менән Максим Горбунов, шөкөр, зыян күрмәнеләр, был тәүлектә (23 октябрь)  йәнә өс  хәмер эскән водителде тоттолар.  Бик тә етди бурыс бит был, сөнки һәр иҫереп руль артына ултырған әҙәм һис ғәйепһеҙ башҡа  кешеләргә үлем, имгәнеү, матди зыян менән янай....

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас