Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
26 Октября 2021, 06:03

Алимент бурысы – 1,1 миллион һум

Биш айға холоҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм ителде

Алимент бурысы – 1,1 миллион һумАлимент бурысы – 1,1 миллион һум
Алимент бурысы – 1,1 миллион һум

Барыһы ла белә инде, балаң бар икән, үҫеп еткәнсе аҫрау – һәр кемдең бурысы.  Кемдер был изге әхлаҡи ҡанунды һанға һуҡмай башлаһа, дәүләт закондары ла табыла. Атай һәм әсәй бергә йәшәйҙәрме-юҡмы – бында  сабыйҙарҙың һис  ғәйебе юҡ, һәр хәлдә лә икеһенән дә хәстәрлек күрергә хаҡлылар.

БР прокуратураһы ошондай бер хәл тураһында хәбәр итте (https://epp.genproc.gov.ru/web/proc_02/mass-media/news?item=66182092).

53 йәшлек Учалы кешеһе ике балаһына алимент түләмәгән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған була инде ( РФ Адинистратив хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35.1-се статьяһының 1-се өлөшө). Был язанан һуң да, суд приставы иҫкәртеүҙәренән һуң да ыңғай яҡҡа бер ни үҙгәрмәй. Һөҙөмтәлә 1,1 миллион һум тирәһе бурысы йыйылған әлеге мәлгә.

Шуға ла уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла ( РФ Енәйәт кодексының 157-се статьяһы буйынса). Суд алдына баҫтырылып, 5 айға холоҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм ителде.

Мәҡәлә яҙылғанда суд ҡарары законлы көсөнә инмәгәйне әле, әммә хөкөмдәң йомшартылыуы бик тә икеле булып күренә.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас