Яйыҡ
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2021, 14:15

Ҡайғы болоттары ҡаплаһа, ирҙәр ҙә илай икән...

– Ике бала әсәһемен, бына тигән ирем бар. Тик ваҡыты тығыҙ булыу сәбәпле, үҙемә руль артына ултырырға тура килде. Һеҙҙең район­ға үтә лә тиҙ йомош менән килдем. Шөкөр, юлым уңды.– Ә мин бына һеҙҙең районға киттем. Элекке бер танышымды һуңғы юлға оҙатыр­ға. – Ул арала ҡулъяулығын алып, бар көсөнә һемгереп алды. Унан бер осона күҙҙәренән атылып сыҡҡан йәштәрен һөртөп алды ла һүҙ башланы.

Ҡайғы болоттары ҡаплаһа, ирҙәр ҙә илай икән...
Ҡайғы болоттары ҡаплаһа, ирҙәр ҙә илай икән...

Гөлсөм Бикбулатова башҡарыуында “Талым яңғыҙ” йырын тыңлап, күрше райондан ҡайтып киләм. Йыр мине һағыштарға ла һалып ебәрҙе. Исмаһам, янымда берәү ҙә юҡ. Һүҙ артында юлдың оҙонлоғо һиҙелмәй бит. Ни, берәйһе осрамай, ултыртып алыр инем, тип уйлауыма юл буйында бер ҡатын ҡул күтәреп тора. Үәт, шәп булды, миңә лә иптәш, уға ла йәтеш, тип шып туҡтаным. Ул арала оло йәштәге апай, артҡы ишекте асып, ауыр сумкаһын саҡ күтәреп ҡуйып, үҙе алдан урын алды. – Һаумы, балам, бер үҙең бынау һыуыҡтан ҡурҡмай юлға сығыуыңа аптырайым. Әллә ирең юҡмы?
– Ике бала әсәһемен, бына тигән ирем бар. Тик ваҡыты тығыҙ булыу сәбәпле, үҙемә руль артына ултырырға тура килде. Һеҙҙең район­ға үтә лә тиҙ йомош менән килдем. Шөкөр, юлым уңды.
– Ә мин бына һеҙҙең районға киттем. Элекке бер танышымды һуңғы юлға оҙатыр­ға. – Ул арала ҡулъяулығын алып, бар көсөнә һемгереп алды. Унан бер осона күҙҙәренән атылып сыҡҡан йәштәрен һөртөп алды ла һүҙ башланы. – Ирҙәрҙе һәр ваҡыт көслө затҡа һанайбыҙ. Өйрәнгәнбеҙ, күнеккәнбеҙ. Ә көслө зат бар ерҙә лә көслө. Уларҙың һүҙе үткер ҡылыстай, ҡараштары йәшен­дәй. Ауырлыҡтарға бирешмәйҙәр, ел иҫкәнгә ҡолап бармайҙар. Иламайҙар ҙа, һыҡтамай­ҙар ҙа. Ә шулай ҙа бер күрҙем һынып, һығылып төшкән берәүҙе. Иңдәренә төшкән ҡайғы уны һыуыҡтарға бирешеп, өшөп бөрөшкән сәпсек рәтенә индергәйне. Әзмәүерҙәй ир бер аҙ тәпәшәйеп киткәндәй. Эш былай ине. Беҙҙең ауыл ҡыҙы һеҙҙең яҡҡа кейәүгә сыҡты. Күркәм донъяларына йәм өҫтәп, ҡыҙҙары донъяға килде. Өс-дүрт йыл үтеүгә бер-бер артлы ҡыҙ һәм малай алып ҡайттылар. Китте донъялары гөрләп. Кәртә тулы ҡош-ҡорт, мал-тыуар. Баҡсала беҙҙең яҡта үҫмәгән йәшелсә-еләк гөрләп үҫте. Алма, слива, армыт, сейә, ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағат ағастарының иҫәбе юҡ. Бер нәмәне лә бушҡа тәләфләмәй, ҡатын банкаларҙы тултырып ҡыяр-помидор тоҙлай, ҡайнатма, һут эшләй. Шул арала урман-ялан ҡыҙырып бәшмәк йыя. Ул бәшмәктең ниндәй генәһен йыймай. Ир ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел – колхоз эше бөтөү менән һәр саҡ ҡатыны янында. Йүнсел ҡатын кистәрен ҡорамалар ҡораны, өйөн бөхтә тотто. Ғаилә карабы һәр саҡ алға табан йөҙҙө. Һоҡланыуҙан “афарин”дан башҡа һүҙ булманы. Балалары үҫә төшкәс, ҡатын да эшкә сыҡты. Магазинға, һатыусы булып. Ана шунда башланды ла инде караптың һикәлтәләргә осрауы. Ҡатын, көнө буйы аяҡ өҫтөндә тороуын һылтау итеп, эш һуңынан бер аҙ һалдыра башланы. Ире быны күрҙе, түҙҙе. Әммә оҙаҡҡа түгел. Ҡатын ыңғайына ул да йотҡоланы. Бер өйрәнелгән нәмәне тиҙ ташлап буламы. Байрамдар, ҡунаҡҡа йөрөү йышайҙы. Шәп ҡатын бар ерҙә лә шәплеген күрһәтеп торҙо. Аш-һыуға оҫталығын файҙаланып, ауылдаштары ҡайҙа туй, ҡайҙа байрам – шунда уны ҡаҙан янына ҡуйҙы. Иргә лә эше табылды. Ҡаҙан янына утын, һыуын килтерергә ҡушылды. Һуғым башланыуға эсәк-ҡарын айырырға, уны яраштырырға ла саҡырырға онотманылар. Ул арала балалары ла үҫеп етеп, һәр кем үҙ ояһын ҡорҙо. Хәҙер ир менән ҡатынға тыйыуҙар юҡ. Икеһе яҡта йөрөнө. Ғәйбәт тә йышайҙы, йәнәһе, ҡатын кемдеңдер ире менән, ир берәүҙең ҡатыны менән сыуалды. Шул саҡта ир ҡатынын эттән һалып һүгеп әрләне. Йәнәһе, эскегә фәҡәт ул ғына өйрәтте. “Мин эсмәй бер аҙна, бер ай йөрөй алам. Ә ул бер көн түҙә алмай. Өйгә башҡа аяғын да баҫаһы булмаһын. Бөгөн ятып үлһә, “ыһ” та тимәм. Тамсы күҙ йәшемде лә сығармам”, – тип анттар бирҙе. Ошо һүҙҙәрен ир алты-ете йыл ҡабатланы. Ул арала ҡатын бер айнығып, бер эскегә бирелеп йөрөнө. Айнығып китһә, донъяһын таҙарта, аш-һыуын хәстәрләй. Ҡыҙҙары ярҙамында өйөнә ҙур ғына ремонт та эшләп ебәрҙе. Тик бына ул эсмәй йөрөгәндә, башҡа эсмәйем, тип йөрөгән ир эсеп, бөтә пландарҙы боҙа ла ҡуя ине. Сираттағы ғауғанан һуң ирҙең туғандары килеп, ҡатынды өйҙән ҡыуып сығара. Йәнәһе, туғандарына эсмәгән ҡатын алып бирәләр. Хатта уны ҡарап, килешеп тә ҡуйғандар. Ҡатын урамда ҡышҡы һыуыҡта тороп ҡала. Ярай әле бер ҡыҙы улар йәшәгән ауылда тора. Бер нисә көн уларҙа тора ла йәнә үҙ “эш”енә тотона. Бер нисә көн ҡыҙына ла, үҙ йортона ла ҡайтмай эсеп йөрөй ул. Ҡыҙының уны, туңып ҡуймаһын тип, эҙләүе фәтүәһеҙ була. Унда, тегендә, бында күрҙек, тип кенә яурын һелкетеүҙән ары китә алмай ауылдаштары. Ә бер көн килеп ҡыҙына, әсәйең туңып үлгән, тигән хәбәрҙе еткерәләр. Үлгән – үлгән. Тик ҡайҙа табалар һуң? Күршеләренең һарайында. Өшөп, һалам араһына сумған килеш...
Мәңге иламам, тип анттар биргән ирҙе ҡатынын ерләп килеп ҡапҡа эсенә ингәс күрҙем. Бар халыҡ аят тыңларға өйгә ашыҡты. Ни сәбәп менәндер һуңға ҡалып инеп киләм. Сеү, кемдер илай түгелме? Йөрәктәргә үтерлек итеп һулҡылдап илай. Ана, теге ир ҡапҡа тотҡаһына тотоноп алған да ҡатынының исемен ҡабатлай-ҡабатлай илай. “Ниңә мине ташлап киттең, мине кемгә ҡалдырҙың? Һинһеҙ мин кемгә кәрәк? Күҙҙәремдең нурын алып киттең...” – тигән һүҙҙәрҙе ҡабат-ҡабат әйтеп илай. Ирҙәрҙең илағанын күреүе ҡыҙғаныс. Көслө зат бит йыш иламай. Ысын күҙ йәше бик зарлы саҡта ғына түгелә. Уны нисек йыуатырға ла белмәй, йонсоп торғанымда яныма танышым сығып, аяттың башланыуын иҫкәртте. Ирҙең илауын ул да күрҙе. Аят тыңлап, хәйер таратҡандан һуң тыуған яғыма ҡайтып киттем. Һуңынан танышымдың әйтеүе буйынса, ир ҡатынының ҡырҡы үткәнсе эсмәй йөрөй, аҙаҡтан эсеүен бөтөнләй ташлай, ҡатынының рәсемен ҙурайтып, өйөнөң түренә элеп ҡуя, уның ҡәберенә ҡырҡы еткәнсе барып йөрөй. Һүҙгә телсән, йөҙөнән йылмайыу төшмәгән ир ныҡ ҡына бирешә. “Их, ҡатыным янымда булһа, тегене һүтеп рәтләп ҡуйыр ине, быныһын эшләр ине”, – тип күрше-күләнгә зарлан­ған. “Минең кәләш кеүек бер кемдә лә кәләш булманы”, – тип йәнә илап алыр була.
Бөгөн иртән танышым шылтырата. Ауылда насар хәбәр бар, тиеүен тауышынан уҡ һиҙҙем. Теге ир ҡатынының тыуған көнөндә йән биргән. Иң ҡыҙғанысы – әжәле еткәнсе ҡатынының исемен ҡабатлап, унан күҙ йәштәре аша ғәфү үтенгән. Шунда китеп барыуым. Ә беҙ ирҙәрҙе, иламай, тибеҙ. Илайҙар икән, ҡайғы болоттары ҡаплаһа...

Р. ҒӘЙФУЛЛИНА.
Белорет районы.

 

 
Автор:Алия Даутова
Читайте нас: