Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2021, 14:15

Ҡаймаҡлы торт

100 грамм аҡ майҙы талғын утта иретеп 2 йомортҡа менән бутарға. 1 банка ҡуйыртылған һөт (сгущенное молоко), 150 грамм тирәһе шәкәр ҡомо, аш һеркәһендә һүндерелгән 1 сәй ҡалағы сода һалып бутағас, аҙ-аҙлап он һала-һала ҡаймаҡ ҡуйылығындағы ҡамыр әҙерләйбеҙ (сама менән он 2-2,5 стакан кәрәк буласаҡ).

Ҡаймаҡлы торт
Ҡаймаҡлы торт

100 грамм аҡ майҙы талғын утта иретеп 2 йомортҡа менән бутайбыҙ. Уға 1 банка ҡуйыртылған һөт (сгущенное молоко), 150 грамм тирәһе шәкәр ҡомо, аш һеркәһендә һүндерелгән 1 сәй ҡалағы сода һалып бутағас, аҙ-аҙлап он һала-һала ҡаймаҡ ҡуйылығындағы ҡамыр әҙерләйбеҙ (сама менән он 2-2,5 стакан кәрәк буласаҡ). Ҡамырҙы икегә бүлеп бешерәбеҙ. Береһенә 1 аш ҡалағы какао оно һалып бутайбыҙ.
Ҡамыр бешкән арала крем әҙерләргә кәрәк. Уның өсөн блендерҙа 3 стакан ҡаймаҡҡа 150 грам тирәһе шәкәр ҡомо һалып бутайбыҙ. Был кремды бешеп сыҡҡан бисквиттарға һылап, уларҙы ҡатлайбыҙ. Өҫтөн ваҡланған корж менән биҙәргә була.
Табынға бирер алдынан тортты бер аҙ һыуыҡ урынға ҡуйып алырға кәрәк.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас: