Яйыҡ
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2021, 13:36

Халыҡ тамашаға, аралашыуға Һыуһаған

Проектҡа 1,6 миллион һум тирәһе бүленә, бынан тыш район хакимиәте урындағы бюджеттан 350 мең һумға мебель, уңайлы креслолар, ҡорған, музыкаль аппаратура алып бирә.

Халыҡ тамашаға, аралашыуға Һыуһаған
Халыҡ тамашаға, аралашыуға Һыуһаған

Арттырып-бүрттереп яҙыуыбыҙ түгел, нисәмәлер йыл элек  Урал ауылының клубы нигеҙендә өңөрәйгән тишек-тошоҡ аша бесәйҙәр тегеләй-былай йөрөр ине.  Ошонан сығып та, ҡыштарын  ниндәй температура тороуын үҙегеҙ ҙә күҙаллай алаһығыҙ!

 Был ауылда капиталь ремонт үткәреү күптән юлланды. Ниһәйәт, ошо көндәрҙә асылды. Йөҙләп кеше йәшәгән ауылда берҙән-бер йәмәғәт бинаһы булып ҡалыуы әһәмиәтен бермә-бермә арттыра. Шуға ла оло байрам үтергә тейеш ине, халыҡ әҙерләнә ине, әммә коронавирус пандемияһы арҡаһында рәсми тантана әлегә үткәрелеп торолманы. Хәйер, тулыһынса яңыртылған бина эшләй башланы, эстән дә, тыштан да ялтлап тора.  Яңы ҡаҙанлыҡ менән йылы хәҙер. Ә бит ремонт эштәре быйыл май айында ғына, “Реаль эштәр” проекты буйынса башланды.  Тендерҙа еңгән “Уралэнерго” предприятиеһы (Златоуст ҡалаһынан) йөкләмәләрен лайыҡлы башҡарған.  Проектҡа 1,6 миллион һум тирәһе бүленә, бынан тыш район хакимиәте урындағы бюджеттан 350 мең һумға мебель,  уңайлы креслолар, ҡорған, музыкаль аппаратура алып бирә.

-Быйыл байтаҡ мәҙәниәт биналарында ремонт үткәрә алдыҡ, киләһе йыл да был эште дауам итеп булыр, тип өмөтләнәм. Бер генә теләк – пандемия ҡасафатын егәндән һуң ауыл клубтары буш тормаһын! –тип белдерҙе күләмле эш һөҙөмтәләрен ҡарарға килгән район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов.

 Ҡыҫҡаса тарихи белешмә биреп китеү ҙә урынлы булырҙыр.

 Урал ауылында тәүләп клуб 1938 йыл барлыҡҡа килгән, ти, ә әлеге бина 1970 йыл һалынған.

“ 1977 йылға тиклем клубты мейес ярҙамында йылыталар, һуңынан торбалар үткәрелә. Был осорҙа “заведующий” тигән вазифа булмау сәбәпле, клубты ҡарап тороусы кешеләр генә билдәләнә. Мәҫәлән, Солтановтар ғаиләһе. Ильинка яҡтарынан киномеханик Сәфәрғәли ағай Әхмәтйәновты  ла йылы хәтирәләр менән иҫкә ала Урал ауылы халҡы. Инеү түләүле булғас, аҡсалары булмаған осраҡта, хатта йомортҡа биреп тә йөрөгән ауыл халҡы кино ҡарарға. Колхоздың гөрләп торған йылдарында ауыл клубы ла әүҙем тормош менән йәшәй. Мәктәп уҡытыусылары  Насип Кашаев һәм  Нәжибә Ширғәлина ауыл балаларына бейеүҙәр өйрәтеп, спектаклдәр ҡуйыу өҫтөндә эшләйҙәр. Күңелле марш, өсмөйөш уйындарын үткәреүселәр  Әнүәр Ҡунафин һәм  Ғаяз Шаһимарданов . Белеүебеҙсә, бер байрам да шәп гармунсыһыҙ үтмәй.  Жәүҙәт һәм Хәлит Мәрхәмовтар, Закир Фәтҡуллин  ауылдың оҫта гармунсылары булып таныла.  Ауыл йәштәрен бейеү серҙәренә өйрәтеүсе, Иманғол егете Солтанов Юнир ағайҙы ла телгә алып үтергә кәрәк.  Һуңғы йылдарҙа клубта эшләүселәрҙең исемдәрен дә әйтеп үтергә кәрәктер. Ғәлимова Рәсилә, Сәйҙуллин Марсель, Уйылданова Алмира, Мәхмүтов Артур, Баҡыева Миңзәлә, Иҫәнбаева Миңзәлә, Ғәлиханова Гөлсара, Сатлыкова Ләйсән һәм, әлеге көндә – Лилиә  Шәрәфетдинова ", - тип йыйған хәтирәләре менән уртаҡлашты мәҙәниәт бүлеге методисы Гөлсара Ғәлиханова ( сығышы менән Урал ауылынан).

   Ә төбәгебеҙҙең  мәҙәниәт йорттарына, ысынлап та, етди иғтибар бирелә хәҙер.

-2019 йыл Кәрим, Һөләймән, Ҡобағош клубтарында капиталь ремонт үткәрелде, Ҡунаҡбайҙа ҙур реконструкция тамамлана. 2020 йыл – Баттал, Сәфәр мәҙәниәт йорттары яңыртыла,урындағы инициативаларға булышлыҡ программаһы (ППМИ) буйнса Яңы Байрамғолда, Кирәбелә  ремонт үтә, ә Комсомольск мәҙәниәт йорто федераль “Яйлы мөхит” программаһынан грант алды, - тип бәйән итте район мәҙәниәт бүлеге мөдире Лира Сәфиуллина.  Быйыл да был йүнәлештә эштәр  әүҙем дауам итә. Иң күләмле проект –  Үҙәк район китапханаһын республика бюджетынан сама менән 11 миллион һумға яңыртыу. Бынан тыш РФ “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса 15 миллион һум “Моделле китапхана булдырыу” йүнәлешендә тотола. Нисек буласаҡ – яҙып ҡына килештерерлек түгел, Учалы ауылында оҙаҡламай замансанан-заманса  мәғлүмәт һәм мәҙәниәт үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта айырым яҙырбыҙ. Эйе, тәүге подрядсы (“РСУ-7”) һынатҡан, улар менән килешеүҙе өҙөп, яңыларын йәлеп итергә тура килгән, әммә башланған эш – тамамланған эш, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер.

Уральск мәҙәниәт йорто байыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде: “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса  8 миллион һумдан ашыу субсидия бирелә.  Театр креслолары, диодлы экран, компьютерҙар, башҡа йыһаз-ҡоролмалар, музыка инструменттары, сәхнә костюмдары, махсус аппаратура һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алынған.
 Быйыл, шулай уҡ,   Ҡәйеҡол менән Ғәлиәхмәр ауыл клубтарында ППМИ сиктәрендә ремонт хәстәрләнә. Дөйөм алғанда, 25 клубта төрлө эреле-ваҡлы ремонт эштәре башҡарылды. Әйтәйек, дауыл Ҡунаҡбай мәҙәниәт йорто ҡыйығын күтәреп һуғыуы ғына ла күпме  өҫтәмә мәшәҡәт сығарҙы. Йәки, йәй башында  дәүләт янғын надзоры буйынса район-ара бүлек  ауыл мәҙәниәт йорттарын ябыуы күпме шау-шыу сығарғайны!  Ҡайҙалыр запас сығыу урыны бикле торған, ҡайҙалыр сигнализация юҡ йә талап ителгәнсә яндауырҙар ҡуйылмаған була.  Афарин, мәҙәниәт бүлеге еңмешләнеп, хаҡ талаптарҙы кире ҡағып торманы,  бик тиҙ арала асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрҙөләр. Хәҙер ни, янғын хәүефһеҙлеге тәңгәлендә “мәҙәниәт усаҡтары” күпкә именлерәк.

 Пандемия тәңгәлендә лә хәүефһеҙлек мәсьәләһе ҡайғыртыла. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең  төп өлөшө ( “медотвод” булғандарҙан, сирҙе үткәндәрҙән тыш)   вакцинация үткән.

 -Клубта үткән сараларға тик вакцинация үткәндәрҙе генә  индерә башланыҡ, - тип билдәләй Лира Сәғитйән ҡыҙы.- Дөрөҫөн әйткәндә, коронавирус йоҡтороуҙан ҡурҡып, ауыл кешеләре хәҙер  тамашаларға былай ҙа  һирәгерәк йөрөй.  Ни тиһәң дә, тамашасыларыбыҙҙың байтаҡ өлөшө олоғая барған кешеләр, уларға айырыуса ныҡ һаҡланыу зарур.  Шөкөр, ауыл халҡы тәртипле –ҡурсаланыу талаптарын үтәргә тырыша.Әйткәндәй,  байтаҡ сараларҙы хәҙер онлайн рәүештә интернетта үткәрергә ғәҙәтләндек. Миҫал өсөн, әлеге мәл 7 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә  махсус  концерт программаһә әҙерләнә.  “Ирәмәл тауышы” конкурсы  виртуаль рәүештә үтте, оҙаҡламай  Абдулла Солтанов призына башҡорт йыры башҡарыусылар конкурсы ойоштороласаҡ.

 ...Лира Сәғитйән ҡыҙына гәзит уҡыусыларҙың фекерен еткерҙек  - бөтә район ижади конкурстары мотлаҡ ике категорияла үткәрелһен – танылған, профессиональ ижадсылар һәм һәүәҫкәр артистар  араһында айырым. Мәҙәниәт бүлеге мөдире был нескәлекте мотлаҡ күҙ уңында тоторға  вәғәҙәләне.

   Районда әлеге ваҡытта 67 мәҙәниәт учреждениеһы, 23 китапхана иҫәпләнә. Ауыл клубтарының сама менән 60 проценты һаман да утын яғып йылытыла. “Зәңғәр яғыулыҡ”, әлбиттә, уңайлыраҡ,  әммә үткәртеп алыу хаҡы ла ярайһы шул. Ә ҡайһы-бер ултыраҡтарға газ әлегә бөтөнләй килеп тә  етмәгән. Шуға ла мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең бөгөнгө көндә төп мәсьәләләренең  береһе – ҡышҡылыҡҡа етерлек утын туплау. Эйе, ағас беҙҙә күп үҫә,  әммә урманда  ултырғаны утын түгел, ихатала өйөлгәне генә утын.  Был эшкә ялланыусылар табыуы билдәле мәшҡәт тыуҙыра икән, сағыштырмаса бәләкәй күләм өсөн дә тау-тау ҡағыҙ эше башҡарыу талабынан күптәр өркә. Нисек кенә булмаһын, “мәҙәниәт усаҡтары” күсмә мәғәнлә лә, иң тура мәғәнәлә лә йылы бөркөүҙәрен дауам итер.

   Ә осрашыуҙың һуңында ошо һорау бирҙек:

-Һуңғы йылдарҙа  халыҡ былай ҙа  төрлө концерт-спектакль  ҡарарға һирәгерәк йөрөй ине, пандемия үткәс тә тик өйҙә ултырыу ғәҙәте ҡалмаҫ микән?

-Киреһенсә!  Халыҡ шул тиклем тамашаларға, күңел асырлыҡ сараларға,  бер-бере менән аралашыуға шул тиклем һыуһаған бит ул.  Иманым камил, коронавирусты  тамам еңгәндән һуң мәҙәни сараларға кешеләр элеккенән дә күберәк ағыласаҡ. Ә бәләнән тиҙерәк ҡотолоу өсөн барыһына ла, медотвод ҡуйылмай икән, вакцина уколы ҡуйҙырыр кәрәк.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: