Яйыҡ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2021, 14:00

Тоҙло кәбеҫтә

3 литрлы банкаға 2 килограмм тирәһе кәбеҫтә кәрәк.

Тоҙло кәбеҫтә
Тоҙло кәбеҫтә

 
3 литрлы банкаға 2 килограмм тирәһе кәбеҫтә кәрәк. Кәбеҫтәне, 3 баш кишерҙе һаламлап турарға, уға 3 тырнаҡ һарымһаҡты иҙеп һалырға. Бутағас, йәшелсәләрҙе әллә ни тығыҙ итмәй генә банкаға тултырырға, өҫтөнә йылымыс рассол ҡойорға.
Рассол өсөн 1 литр һыуға 100 грамм шәкәр, 2 аш ҡалағы тоҙ һалып ҡайнатып сығарырға. Ул йылымсаланғас 2 аш ҡалағы уксус, 150 грамм үҫемлек майы һалып бутарға.
Икенсе көнгә тоҙло кәбеҫтә әҙер ҙә була.  

Автор:Алия Даутова
Читайте нас: