Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
27 Октябрь 2021, 09:17

Ағинәйҙәрҙең аҡ нурында

Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙын Учалы районында белмәгән кеше юҡтыр

Ағинәйҙәрҙең аҡ нурындаАғинәйҙәрҙең аҡ нурында
Ағинәйҙәрҙең аҡ нурында

Күңел йылылығы менән үҙенә тартып торған Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙын Учалы районында белмәгән кеше юҡтыр ҙа . Бик күп быуын балаларының беренсе уҡытыусыһы булһа, икенселәренә ауыл Советы етәксеһе ,кемгәлер яҡын туған, изге күңелле кәңәшсе, йәмәғәт эштәрен йөкмәгән абруйлы ауылдаш, хөрмәтле ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе булараҡ та танылған шәхес. Аҡыл һүҙе менән, эске күңел йылылығы менән үҙенә тартып торған оло йәштәге ил инәһенең башҡарған эштәрен һанап та бөтөрлөк түгел. Абруйлы уҡытыусылар династияһын лайыҡлы дауам итеп, 40 йылдан ашыу нисәмә быуын балаларына белем биреүе менән хөрмәт ҡаҙанған ветеран уҡытыусы бөгөн дә алғы сафта, үҙенең әүҙемлеге менән башҡаларға өлгө булып та тора. Тормош иптәше Рәсүл Аллабирҙе улы менән өс балаға тәрбиә биреп, бәхетле оләсәй - олатай булып көн иткән йорт та Көсөк ауылында өлгөлө йорт исемен юҡҡа ғына йөрөтмәй.

”Ауылым уңғандары” республика конкурсында Гран-приға лайыҡ булған Ғариповтар йорто ысын мәғәнәһендә эшһөйәрлек өлгөһө булып тора. Яҙын сәскәләргә күмелгән ихатала тынғыһыҙ хужаларҙың бар булмышы сағыла. Бар булмыштары менән ауылға нур сәсеп , күңел йылылығын ихлас бүлешеп көн иткән йорт үҙенә тартып балҡып тора.

Икеһе лә берҙәм булып рухи, иманлы күңел тәрбиәһенә ҙур иғтибар бирәләр. Ауылдың күрәкәмлеген арттырып, манаралы булып нур сәсеп ултырған төҙөлөп бөтөп килгән яңы мәсет Рәсүл Аллабирҙе улының тыуған йорто. Ғаилә менән кәңәш ҡороп Көсөк ауылында ла иман йортон булдырыу өсөн төп йортто мәсет өсөн яңынан тергеҙәләр . Балалары менән бергә,тынғыһыҙ хужалар күркәм иман йортон эшләп бөтөрөүгә бөтә көстәрен бирәләр, ауыл халҡы ла,ҡулдан килгәнсә, һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Иман барҙа –әҙәп бар тип юҡҡа ғына әйтелмәгәндер. Рухи ҡиммәттәрҙең баһаһын белеп,күңел түрендә иманды үҙ иткәндәр көн итә Көсөк ауылында.

Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы етәкләгән Көсөк ауылы ағинәйҙәр ҡоро ысын мәғәнәһендә ауылдың ағинәйҙәре. Сәхнәләрҙән сығыш яһауға ҡарағанда уларҙың башҡарған эштәре ауылдың көндәлек йәшәйешендә, ауылдаштары менән тығыҙ аралашып ҡәҙимге тормошта ҡайнап йәшәүҙәре менән ҡиммәтлерәк. Ауылға йәш килен төшөргәндәме, егеттәр ил һағына киткәндәме, кире ҡылыҡтары менән донъя биҙҙереп яңылышҡандармы, ауылдағы әҙәп , иплелек, таҙалыҡмы - барыһына ла тынғыһыҙ ағинәйҙәр өлгөрә. Абруй ҡаҙанған ағинәйҙәр һүҙе лә ауылда үтемле, уларға барыһы ла оло хөрмәт менән баға.

Тамырҙарын барлап, бөгөнгөһөнә хөрмәт менән ҡарағандарҙың ғына киләсәге яҡты өмөтлө. Бигерәк тә тыуған ере өсөн ҡорбан булған батырҙар хаҡында хәтирәләрҙе йәш быуын күңеленә еткереү, оло шәхестәребеҙ өлгөһөндә тәрбиәләү бөгөнгө йәш быуында рухи ҡиммәттәргә хөрмәт тәрбиәләү йүнәлешендәге эштәре баһалап бөткөһөҙ. Көсөк ауылында данлыҡлы яҡташыбыҙ Муса Лут улының йорт музейында ойошторолған барлыҡ сараларҙы Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы үҙенең ағинәйҙәре менән мауыҡтырғыс , тәрән йөкмәткеле, сарала ҡатнашҡандарҙың береһен дә битараф ҡалдырмаҫлыҡ итеп үткәрәләр. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, комбриг Мортазиндың ғаиләһе яҙмышы хаҡында улар көйләгән бәйет юлдары һәр кемдең күңеленә үтеп шанлы йылдарға алып китә.

Үҙ шәхестәрен ҙурлаған халыҡ ҡына үҙе лә оло хөрмәткә лайыҡ,тиҙәр. Әлбиттә, баһалап бөткөһөҙ эш алып барған ағинәйҙәр үҙҙәре лә ошо халыҡ вәкилдәре булараҡ оло хөрмәткә лайыҡ. Ниндәйҙер дан өсөн, йәки хаҡ өсөн түгел улар башҡарған эштәр, күңел талабы, йөрәк ҡушыуы буйынса ҡиммәтлелеге киләсәк быуындар алдында баһалап бөткөһөҙ икәне көн кеүек асыҡ. Күптән түгел генә “Туған тел илселәре “ акцияһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институтының ресурс үҙәге хеҙмәткәрҙәре халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, батыр улдары хаҡында мәғлүмәтте киңерәк таратыу маҡсатында виртуаль музей булдырыу өсөн Көсөк ауылының Муса Мортазин музейында данлыҡлы батырыбыҙ яҙмышы хаҡында фильм төшөрҙөләр. Фильм өсөн материалдар әҙерләүгә,ойоштороу эшенә лә Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы һәр ваҡыттағыса ижади һәләте менән күп көсөн бирҙе. Ағинәйҙәре менән берҙәм булып күркәм сығыш яһанылар. Бөтә республика уҡыусыларына виртуаль музейға сәйәхәт итеп башҡорт халҡының данлы улы Мортазин хаҡында мәғлүмәт алыу өсөн төшөрөлгән фильмдың йөкмәткеһен батырҙың туғандары сығышы, Озерный урта мәктәбе уҡыусылары, журналист, ҡаһарман ил батыры хаҡындағы “М Мортазин- халҡымдың улы” китабы авторы Р.В Шәһиевтың сығыштары тағы байытты.

Күңелдәрендәге яҡшылыҡ нурҙарын иман нуры аша тирә- яҡҡа йомарт өләшкән пак күңелле, уңғанлығы менән республикаға дан алған, хеҙмәтенә күрә хөрмәтен күреп, изгелек орлоҡтары һибеп йәшәгән Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы һәм Рәсүл Аллабирҙе улы рухи ҡиммәттәрҙең ни тиклем баһалы икәнлеген иҫбат итеп көн итәләр. Кешелеклелек нуры ағинәйҙәр һүҙе аша күркәм ғаиләләр өлгөһө булып тирә-йүнгә тарала икән ,ошондай ябай кешеләрҙең оло хеҙмәте менән рухи ҡиммәттәрҙең мәңгелек икәнлеген тормош үҙе үк күрһәтеп тора.

Зилә Шәрәфетдинова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас