Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
27 Октябрь 2021, 06:18

"Данияға көнләшмәйенсә (182 404 һум), Бангладешта беҙҙең аҡсаға 6944 һум ғына алыуҙарын да күрәйек".

Колумнистика

"Данияға көнләшмәйенсә (182 404 һум),  Бангладешта беҙҙең аҡсаға 6944 һум ғына алыуҙарын  да күрәйек"."Данияға көнләшмәйенсә (182 404 һум),  Бангладешта беҙҙең аҡсаға 6944 һум ғына алыуҙарын  да күрәйек".
"Данияға көнләшмәйенсә (182 404 һум), Бангладешта беҙҙең аҡсаға 6944 һум ғына алыуҙарын да күрәйек".

Аҙағы хәйерле булһын инде – АҠШ, НАТО  менән мөнәсәбәттәр көндән-көн боҙола.  Украинаны һөсләтеү кеүек  етди ҡылмыштар менән бер рәттән,  ваҡ “семтешеүҙән” дә тартынмайҙар.   АҠШ дәүләт департаменты Рәсәйҙе шартлы рәүештә  “өйһөҙ” тип аталған дәүләттәр исемлегенә индерҙе -  беҙҙә хәҙер визалар бирелмәй. Берәйһе Америкаға барыр булһа, рөхсәтте Венгрияла юлларға тейеш  хәҙер.  Был исемлектә – Куба, Иран, Ливия, Сирия, Сомали һәм Судан кеүек илдәр. Аптыраҡ инде, Советтар Союзы дәүерендә  дошманлыҡты социалистик һәм капиталистик илдәр һыйыша алмай, тип аңлатырҙар ине, ә әле ысынбарлыҡта  ни сәбәптер?

Иҫ китә – тура юл булғанда ниңә кешәләр урауҙан барырға ынтыла икән? Соҡор-саҡырлы, хәүефле юлдан. Мәскәүҙәге медицина клиникаһы директоры Павел Бранд ҡот осҡос ваҡиға тураһында бәйән итте. 42 йәшлек ҡатын коронавирус менән еңел формала ауырып, иммунитет булдырға ҡарар итә. Бының өсөн сирләгән әхирәтенә бара, үҙе менән ике ҡыҙын да эйәртә. Ковид йоҡтороп ауырый башлағастары ла оҙаҡ ваҡыт дауахананан ярҙам һорамайҙар. Эйе, тормош иптәше һәм бер ҡыҙы еңелсә генә сырхап ҡотолалар, ә бына бер ҡыҙҙары реанимацияға әләгә, үҙе иһә һәләк булды.... Вакцина уколы ғына яһатһаларсы икән!

     “Росгострах” компанияһы күләмле тикшереү үткәрҙе. Рәсәй халҡы хаттин ашып бармай икән: 47 процент кешеләргә айына  40-70 мең һум килем яҡшы йәшәү өсөн дә, аҡса йыйыу өсөн дә етер ине. Ҙур ҡала кешеләренә генә ҡәнәғәтлек өсөн 100 мең йә унан да күберәк талап ителә. Сағыштырыу өсөн: ҡайһы-бер мәғлүмәттәр буйынса, былтыр Рәсәйҙә уртаса  айлыҡ эш хаҡы 42 532 һум булған (һалым түләнгәндән һуң),  Данияға көнләшмәйенсә (182 404 һум),  Бангладешта беҙҙең аҡсаға 6944 һум ғына алыуҙарын  да күрәйек....

Бөйөк Британия  Тәңкә һарайы (королевский монетный двор) электрон гаджеттарҙан (телефон, ноутбук, плеер һәм башҡа) алтын сығара башлаған. Тәүге тәжрибә уңышлы үтә, күп көс һәм энергия талап итмәгән заманса ысул менән  999,9 пробалы зиннәтле металл сығарыла. Технология камиллашҡас, палладий, көмөш, баҡырға ла сират етәсәк. Килем генә ҡайғыртылмай: быйыл донъяла 57 миллион тонна гаджеттар сүплеккә ташланған. Һәм был күрһәткес йылдам үҫешә бара, элек кенә бер алған әйбер йылдар буйына хеҙмәт итер ине, хәҙер барыһына ла яңы өҫтөнә яңы кәрәк.

Иванов өлкәһендәге холоҡ төҙәтеү колонияһында  бесәй тотола, муйынсағына 5,21 грамм марихуана  беркетелеүе асыҡлана. Күрәһең, кемдер төрмәлә ултырыусыларға махсус өйрәтелгән бесәй аша наркотик ебәреп маташа. Тик бына мал хужаһына оҡшай тип юҡҡа әйтмәйҙәр –  муйынсаҡты ысҡындырғас  та, “ҡойроҡло наркокурьер” сығып тая, тота алмағандар. Һәм был беренсе осраҡ түгел. Тула өлкәһендә төрмәгә наркотик ташыу өсөн бесәй дрессировкалаған өс кеше  үҙҙәре 13-17 йылға  колонияға ултыртылғандар ине.

Алтай республикаһы буйынса тәфтиш комитеты тикшереү үткәрә: төҙөүселәр сүп-сарҙы ырғытҡанда тоҡтарҙы Георгий таҫмалары менән бәйләгән. Насар әллә ни уйламағандарҙыр, ҡул аҫтында ниндәй бәй бар, шуны тотҡандарҙыр, ләкин фотолар интернетҡа сыҡҡас, шау-шыу ҡупты.  Бындай ҡылмыш РФ Енәйәт кодексының  354.1-се статьяһы буйынса (нацизмды аҡлау), хәрби дан символдарын мыҫҡыллау, тип баһаланыуы бик тә мөмкин. Был статья буйынса иң ҡаты яза – 5 йылға тиклем төрмәгә ултыртыу.

Билдәлелек алыу өсөн әҙәм балаһы ниндәй генә түбәнселеккә төшмәй.  Мәскәүгә килгән тажик блогеры рус фамилиялы әхирәте менән Ҡыҙыл майҙанда, дини генә түгел, тарихи ҡомартҡы – Василий Блаженый храмы фонында хәшәрәт аҙғын  рәүештә фотоға төшәләр, интернетта тараталар.  Оҙаҡ яман дандары менән ғорурлана алманылар – икеһе лә ҡулға алынды. Килмешәк ғәфү үтенеп ҡойроҡ болғарға тотонһа ла,  сик үтеү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡ менән генә ҡотола алмаҫ – икеһенә лә иманлыларҙың тойғоларын мәсхәрәләгән өсөн енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Аҡ эттең бәләһе ҡара эткә, тигән әйтем башҡа килә: был бәндә торғаны бер  ҡафыр булһа ла, киң йәмәғәтселек, мосолмандар христиан ғибәҙәтханаларын  мыҫҡыллай, тип уйлауҙары ла бар! Ә бит изге китапта ошо юлдар ҙа бар –“... иман килтергән кешеләргә яратыуҙа иң яҡын кешеләр тип, «Беҙ — насраниҙар»,— тигәндәрҙе табырһың” (“ӘЛ-МАИДӘ (АШ ТАБЫНЫ)” СҮРӘҺЕ, 82-се аят). “Насрани” тип христиандар атала.

Америкала  тәү эксперимент үтте – ҡотҡарырға өмөт ҡалмаған сирле ҡатынға сусҡа бөйөрө күсереп ултыртылды. Хайуан үҙе лә ябай түгел – генотибы кешенекенә тура килтереп модификацияланған. Сусҡа  ите мосолмандар өсөн харам, ә бына тән ағзалары доноры итеп файҙаланыу буйынса ғалимдарыбыҙ ни әйтер икән? Бик  ауыр проблема бит был, Америкала ғына бөйөрҙәре сирле 90 мең пациент  кеше донорҙары бөйөрҙәренә сиратта тора, 3-5 йыл сират көткәнсе, байтағы яҡты донъя менән дә бәхилләшә.

Сбербанк  “Роскосмос” менән һөйләшеү алып бара, ти – банк рекламаһын йыһан  ракеталарына урынлаштырыу тураһында килешәләр.  Ниндәйҙер комментарий ҙа бирге килмәй, рибасылар заманы инде әле!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас