

Ошо көндәрҙә тауҙарҙа алыҫ дистанцияға йүгереү буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды. Яҡташыбыҙ Максим Тимофеевтың “көмөш” миҙал алыуы тураһында ғорурлыҡ менән хәбәр итәбеҙ!
Максим – хәҙер инде киң танылған йүгерек, ике тапҡыр РФ чемпионы, РФ һәм БР йыйылма командалары ағзаһы. Заманында милли көрәш менән дә шөғөлләнгән (әсәһе яғынан башҡорт бит), һуңынан еңел атлетикаға күсә һәм тотош дәүләт масштабында ла әһәмиәтле ҡаҙаныштарға иреште. Әлеге көндә Учалы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры. Ә үҙенең остазы – Таһир Мәхмәүтов ( бөгөнгө көндә – Учалы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм комитеты рәйесе).
Ә саҡ ҡына алдараҡ Ырымбурҙа кросс буйынса Рәсәй Чемпионаты һәм Беренселеге үтте. 3 километр дистанцияла 2006-2007 йыл тыуған егеттәр араһында Ҡунаҡбай мәктәбе уҡыусыһы Рәслан Әхмәтшин иң беренсе килгән.
Ихлас кңүелдән ҡотлайбыҙ!
Мәғлүмәт “Учалыла еңел атлетика” төркөмөнән алынды - https://vk.com/uchaly_run