

4 йомортҡаны миксер менән күперткәнсе туҡырға, 3-4 аш ҡалағы йылымыс һөт, әҙ генә иретелгән аҡ май, сода һәм 450 грамм тирәһе он һалып ҡатыраҡ ҡамыр баҫырға. Уны 10-14 киҫәккә (ҡатламдар һанына ҡарап) бүлеп, бешерәсәк таба ҙурлығында йәймәләр йәйергә (тәүге ҡат ҙурыраҡ булып, табаның ситенән сығып торорға тейеш). Йәймәләр йоҡа ғына булһын.
100 грам грек сәтләүеген ваҡлап турап шул уҡ күләмдәге шәкәр ҡомо менән бутарға.
Майланған табаға йәймәләрҙең һәр береһен иретелгән аҡ май менән майлап, шәкәрле сәтләүекте һибеп, ҡатлап-ҡатлап һалабыҙ (өҫкө ҡатламдан тыш).
Аҫҡы йәймә менән өҫкө йәймәләрҙе йәбештереп сыҡҡас, пахлаваны үткер бысаҡ менән шаҡмаҡлап киҫеп сығабыҙ. Аҫҡы бер-нисә ҡат киҫелмәй ҡала. Аҙаҡ уның өҫтөнә туҡылған йомортҡа һарыһын һөртөп ҡайнар мейестә бешереп алабыҙ. Ул һыуынмаҫ борон киҫкән урындар буйлап шыйыҡ бал ҡойоп сығырға.
Пахлаваны киҫәктәрен бер-береһенән айырып һыуытҡас ҡына табынға бирергә ярай.